Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәләнде

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәләнде. Улар араһында — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина ла бар.

Ғөмүмән, исемлектә 17 кеше. Премияны журналистика өлкәһендәге эштәр өсөн бирәләр.

Лариса Абдуллина «Башкортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Гәзиттең ижади коллективы Лариса Хашим ҡыҙын публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн премияға күрһәтә.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны биреү өсөн Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте янындағы ойошторолған Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм һәр бер теләгән кешене фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе еткереү өсөн түбәндәге адресҡа хат ебәрергә мөмкин: 450076, г. Уфа, ул.50 лет Октября, 13, оф. 912, Союз журналистов Республики Башкортостан, телефон-факс: 276-42-66.

Бынан тыш, телевидение һәм радиолағы махсус тапшырыуҙарҙа, төрлө баҫма биттәрендә лә фекерҙе белдерергә мөмкин.
Конкурсҡа үткәрелгән эштәрҙе өйрәнеү 27-се сентябргә тиклем дауам итәсәк. Өс еңеүсе 100 меңешәр һум премияға лайыҡ буласаҡ.
——————————————————————————————————————————
Определены претенденты на премию имени Шагита Худайбердина за 2019 год. В списке 17 человек, среди них член Исполнительного комитета ВКБ Абдуллина Лариса, являющаяся заведующей отделом литературы и культуры газеты «Башкортостан». .Она выдвигается творческим коллективом редакции газеты за серию публицистических статей, опубликованных в данном издании.

Комиссия просит общественные организации, трудовые коллективы и отдельных лиц принять участие в обсуждении работ, выдвинутых на соискание премии имени Шагита Худайбердина за 2019 год.

Высказать мнения, предложения и замечания на страницах печати, в программах телевидения и радио, либо в письмах по адресу: 450076, г. Уфа, ул.50 лет Октября, 13, оф. 912, Союз журналистов Республики Башкортостан, телефон-факс: 276-42-66.
Обсуждение работ, допущенных к конкурсу, проводится до 27 сентября 2019 года. Три победителя конкурса на соискание премий получат по 100 тысяч рублей.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *