5 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 100-сө юбилей ижад миҙгелен аса

Театр директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, йола буйынса коллектив 17:00 сәғәттә СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәм Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим менән Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ. 18:00 сәғәттә театр алдындағы майҙанда байрам концерты үтәсәк. Программала — театр оркестры һәм Алсу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев, Светлана Хәкимова, Артур Кәбиров, Ирада Ҡадырова, Сәғиҙулла Байегетовтың сығыштары.

19.00 сәғәттә “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле башланасаҡ (Гүзәл Яхина, Ярослова Пулинович инсценировкаһы, режиссер — Айрат Абушахманов). Төп ролде Илгизә Ғилманова башҡара.

Сығанаҡ: Башинформ http://www.bashinform.ru/news/1348706-bashkirskiy-tea..

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *