5 сентябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Йәштәр уҡыу залы асыласаҡ

Яңы Йәштәр уҡыу залы ҡаланың мәҙәниәт үҙәгендә интеллектуаль майҙансыҡ буласаҡ. Залда бөгөн кәрәкле үҫтереү эшмәкәрлеге алып барыласаҡ: немец, француз, испан һәм инглиз телендә һөйләшеү клубтары, мәктәп уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы фән, роботехника курстары һәм әҙәбиәт оҫтаханалары. Үҫмерҙәргә кәрәкле һөнәр һайлау буйынса төрлө тестар үтеү һәм консультациялар алыу мөмкинлеге ҡаралған. Әҙәбиәт оҫтаханаһы китап һөйөүселәрҙе әҙәбиәткә тағы ла нығыраҡ сумырға, ижад һәм эстетик ҡараштарҙы тәрбиәләүгә ярҙам итәсәк.

Йәштәр уҡыу залында китапхананың электрон ресурстары менән дә ҡулланырға мөмкин.

Йәштәр залын асыу 17:00 cәғәттә Октябрь революцияһы, 10 адресы буйынса буласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ http://www.bashinform.ru/news/1348831-v-natsionalnoy-..

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *