Президиум, Башҡарма комитет һәм аппарат ағзалары бергә сираттағы йыйылыш үткәрҙеләр

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары, Башҡарма комитеты комиссиялары етәкселәре һәм комиссияларға беркетелгән аппарат белгестәре менән сираттағы йыйылыш үтте. Ултырыш барышында район ҡоролтайҙары менән әүҙем эшләргә һөйләшелде. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, сит төбәктәрҙәге башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарарҙары менән танышыу, фекер алышыу үтте. Осрашыуҙа “Шайморатов вариҫтары” проекты, “Айыҡ […]
Продолжить чтение…

 

Пермь йәштәре — бергә!

5 cентябрь Башҡорт йәштәре ҡоролтайы яңы уҡыу йылында үҙҙәренең тәүге йыйылышын ойошторҙо. Улар яңы офисҡа күскәндәр икән! Ҡотлайбыҙ! Әгәр һеҙ Пермь ҡалаһының йәш башҡорто булһағыҙ, һеҙҙе 10 сентябрҙә 18.00 сәғәттә Монастырская, 96 адресы буйынса урынлашҡан «Энергия» йәмәғәт үҙәгендә көтөп ҡалалар. Йәмәғәт ойошмаһының тормошон «Ҡурай» төркөмөндә күҙәтеп барырға мөмкин.
Продолжить чтение…

 

Өҫтәлдә бал — бар ғаилә һау!

Тап ошо исем аҫтында 14 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында республика башҡорт балы фестивале үтәсәк. Тантаналы асыу 11 сәғәттә буласаҡ. Фестиваль сиктәрендә йәрминкә, күргәҙмә, балдың сифатын тикшереү өсөн ветеринар лабораторияһы эшләйәсәк. Умартасылар өсөн алдынғы ғалимдар мастер-класстар, ауыл хужалығы министерствоһы белгестәре умартасылыҡҡа ветеринар ярҙам, умарта хужалыҡтарына дәүләт ярҙамын алыу буйынса консультациялар үткәрәсәктәр. Бынан тыш, балаларға уйындар […]
Продолжить чтение…