Президиум, Башҡарма комитет һәм аппарат ағзалары бергә сираттағы йыйылыш үткәрҙеләр

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары, Башҡарма комитеты комиссиялары етәкселәре һәм комиссияларға беркетелгән аппарат белгестәре менән сираттағы йыйылыш үтте.

Ултырыш барышында район ҡоролтайҙары менән әүҙем эшләргә һөйләшелде. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, сит төбәктәрҙәге башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарарҙары менән танышыу, фекер алышыу үтте.

Осрашыуҙа “Шайморатов вариҫтары” проекты, “Айыҡ ауыл” конкурсы һәм сит төбәктәрҙә үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре буйынса бөгөнгө көнгә ҡарата һөҙөмтәләр һәм киләсәккә ниәттәр тураһында ла һүҙ барҙы.

Сегодня прошло очередное собрание Президиума ВКБ, руководителей комиссий Исполкома и членов аппарата, прикрепленных к комиссиям.

Во время собрания пришли к решению, что необходимо лучше работать с районными курултаями. Ознакомились и обсудили Поручения Главы РБ по итогам съезда V Всемирного курултая башкир и встречи с представителями башкирской общественности регионов РФ.

На встрече рассказали и о ходе реализации народного проекта “Шаймуратовцы”, конкурса “Трезвое село” и Дней башкирской культуры и образования. Обсудили, как будет происходить их дальнейшее продвижение.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *