Өҫтәлдә бал — бар ғаилә һау!

Тап ошо исем аҫтында 14 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында республика башҡорт балы фестивале үтәсәк.

Тантаналы асыу 11 сәғәттә буласаҡ. Фестиваль сиктәрендә йәрминкә, күргәҙмә, балдың сифатын тикшереү өсөн ветеринар лабораторияһы эшләйәсәк.

Умартасылар өсөн алдынғы ғалимдар мастер-класстар, ауыл хужалығы министерствоһы белгестәре умартасылыҡҡа ветеринар ярҙам, умарта хужалыҡтарына дәүләт ярҙамын алыу буйынса консультациялар үткәрәсәктәр. Бынан тыш, балаларға уйындар һәм конкурстар әҙерләнә.

Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында «Иң яҡшы бал», «Умартасылыҡ продукцияһының киң ассортименты», «Иң матур биҙәлгән сауҙа нөктәһе» һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк.

«Умартасы нөктәһенең иң матур биҙәлеше» номинацияһында еңеүсе 2021 йылда үтәсәк 47-се Халыҡ-ара Апимондия конгрессында ҡатнашыуға сертификатҡа лайыҡ буласаҡ.

Республиканский фестиваль башкирского мёда «Мёд на столе — здоровье в семье» пройдет 14 сентября в Уфе на площади имени Ленина, напротив Горсовета. Торжественное открытие фестиваля состоится 14 сентября в 11 часов. В рамках фестиваля будут работать выставка-ярмарка, выездная ветеринарная лаборатория по оценке качества мёда.

Мастер-классы для пчеловодов проведут ведущие ученые и практики, консультации по ветеринарному сопровождению пчеловодства и получению государственной поддержки для развития пчеловодческих хозяйств — специалисты МСХ РБ, пройдут конкурсы и игры для детей.

Кроме того, состоится конкурс среди участников фестиваля. Жюри будет определять лучших в номинациях: «Лучшее и наиболее полное представление муниципального района-участника», «Лучшее оформление торговой точки пчеловода», «Широкий ассортимент продукции пчеловодства», «Самый лучший мёд», «Высокое качество продукции пчеловодства (кроме мёда)», «Семейная династия пчеловодов», «Лучший мёд по оценке гостей фестиваля».

Победитель в номинации «Лучшее оформление торговой точки пчеловода» получит сертификат на право участия в медовом фестивале в период проведения 47-го Международного конгресса Апимондии в 2021 году в Уфе.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *