Хөрмәтле Радий Фәрит улы! / Уважаемый Радий Фаритович!

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланыуығыҙ менән ысын күңелдән тәбрик итә! Республика ҡала һәм райондары, ауылдары халҡы тап һеҙҙең өсөн үҙ тауышын бирҙе. Яҡташтарыбыҙҙың аҡыл менән генә түгел, йөрәк менән дә ҡарар ҡабул итеүҙәренә шикләнмәйбеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе олпат сәйәсмән, төплө етәксе, ғәйрәтле һәм принциптарына тоғро кеше тип таныттығыҙ. Еңеүегеҙ Һеҙҙең халыҡ араһында […]
Продолжить чтение…

 

Милли мәҙәниәттәр фестивале — Өфөлә

15 сентябрҙә Иван Якутов ис. мәҙәниәт паркында «Азияның көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Ул Халыҡтар дуҫлығы йорто барлыҡҡа килеүенең 25 йыллығына арнала. Сарала милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, һәүәҫкәр ижад коллективтары, студенттар ҡатнашасаҡ. «Фестиваль өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Ҡатнашыусыларға башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төркмән,ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-моң, бейеү өлкәһендәге өлгөләре күрһәтеләсәк» […]
Продолжить чтение…

 

«Беренсе Республика» — SKEY-CINEMA Халыҡ-ара кинофестиваленең еңеүсеһе.

Жюриҙың бер тауыштан ҡарар итеүе буйынса кинокартина «Иң яҡшы тулы метрлы фильм» тип танылды. Фильм режиссеры — Булат Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр милли театры актрисаһы Лилиә Исҡужина «Икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе булды. Ул Һәҙиә Дәүләтшина ролен башҡарҙы.
Продолжить чтение…

 

Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт телен өйрәнәләр

Сургутта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса өҫтәлмә белем биреү мәктәбе эш башланы. Уҡытыусылар Гөлсирә Әбдрәшитова һәм Зөһрә Мәүлетҡолова “Башҡортостан — тыуған яғым” тигән темаға доклад яһаны, яңы уҡыу йылына эш планы менән таныштырҙы. Уҡыусылар йәш буйынса бер нисә төркөмгә бүленә. 7-12 йәшлектәр кесе төркөм, 12 йәштән 17-гә тиклем – уртансы […]
Продолжить чтение…

 

Шайморатов вариҫтары/Шаймуратовцы

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында мәғлүмәт йыйыу башлана.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Шайморатов дивизияһының йылъяҙма-белешмәһен булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Ғаиләгеҙҙә, эшләгән һәм йәшәгән урынығыҙҙа, таныш-белештәрегеҙҙә дивизия, уның һалдаттары, айырым шәхестәр тураһында мәғлүмәт һаҡланһа, беҙҙең адрестарға ебәреүегеҙ һорала.
Продолжить чтение…