Хөрмәтле Радий Фәрит улы! / Уважаемый Радий Фаритович!

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланыуығыҙ менән ысын күңелдән тәбрик итә!

Республика ҡала һәм райондары, ауылдары халҡы тап һеҙҙең өсөн үҙ тауышын бирҙе. Яҡташтарыбыҙҙың аҡыл менән генә түгел, йөрәк менән дә ҡарар ҡабул итеүҙәренә шикләнмәйбеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе олпат сәйәсмән, төплө етәксе, ғәйрәтле һәм принциптарына тоғро кеше тип таныттығыҙ. Еңеүегеҙ Һеҙҙең халыҡ араһында абруйығыҙ, кешеләрҙең республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса Һеҙ һайлаған юлын хуплауын дәлилләй.

Беҙ – Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә, донъяның төрлө илдәрендә йәшәүсе башҡорттар, Һеҙҙең һәм Һеҙҙең командағыҙҙың башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихын һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә реаль ярҙамығыҙҙы күрәбеҙ.

Ышанабыҙ, Республика Башлығы вазифаһында һөҙөмтәле эшмәкәрлегегеҙ Башҡортостандың артабан да үҫеүенә, үҫеш программаларының тормошҡа ашыуына, халыҡ берҙәмлегенә, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрөүенә этәргес булыр.
Һеҙгә һаулыҡ, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, Башҡортостан һәм Рәсәй именлеге хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Президиум рәйесе Э.Р. Айытҡолова
_____________________________________________

Уважаемый Радий Фаритович!

Международный союз общественных организаций “Всемирный курултай (конгресс) башкир” искренне поздравляет Вас с избранием на высокую должность, Главой Республики Башкортостан.

Жители городов и районов, сел и деревень Башкортостана отдали свои голоса именно Вам. Уверены, что наши земляки голосовали не только рассудком, но и сердцем. Вы уже проявили себя как мудрый политик, эффективный руководитель, человек с неукротимой энергией, твердыми принципами. Ваша убедительная победа на выборах является свидетельством Вашего высокого авторитета и всенародной поддержки проводимого Вами курса на социально-экономическое развитие региона и улучшение благосостояния его жителей.

Мы — башкиры, проживающие в Башкортостане, в разных регионах России, странах мира, чувствуем реальную поддержку со стороны Вас, Вашей команды, направленную на поддержку и развитие языка, культуры и традиций башкирского народа. Уверены, что Ваша созидательная деятельность на посту Главы республики и впредь будет способствовать процветанию Башкортостана, реализации программ развития, народного единства, мира и согласия в обществе.
Желаем Вам здоровья, успехов в добрых начинаниях, новых достижений на благо Башкортостана и России!

Председатель Президиума Э.Р.Аиткулова

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *