Мәскәүҙә Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтәсәк

13 сентябрҙә Мәскәү милләттәр йортонда билдәле яҙыусы-сатириктың юбилейына арналған сара була. Кисәлә Мәскәү ҡалаһының Башҡорт мәҙәни үҙәге, “Сәсән” ижади берләшмәһе, “Илһам” театры, йырсы һәм композитор Земфира Баймырҙиналарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Яҙыусы башҡорт, рус, татар телдәрендә әҫәрҙәрен уҡып ишеттерәсәк.

Марсель Сәлимов –40-тан ашыу китап авторы, уның китаптары Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Симферополь, Лондонда донъя күргән. Әҫәрҙәре илленән ашыу телгә тәржемә ителгән. Ижади ҡаҙаныштары өсөн билдәле юмор оҫтаһы Халыҡ- ара юмор һәм сатира йорто индульгенцияһы (Габров), «Алтын ҡаурый» билдәһе һәм «Мәғрифәткә индергән өлөшө өсөн» ордендары менән бүләкләнгән. Ул, шулай уҡ, В. В. Маяковский ордены һәм «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» М. Ю. Лермонтов, А. Мицкевич миҙалдары менән дә наградланған.

Сара Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Донъя лидерҙары берләшмәһе», Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында үткәрелә.

Ижад кисәһе Мәскәү милләттәр йортонда сәғәт киске алтыла (18.00) башлана.
Инеү бушлай.
Сараға яҙылыу өсөн телефон : +7 (926) 852-86-97.

🌐В Москве пройдёт юбилейный творческий вечер Марселя Салимова

13 сентября 2019 г. в ГБУ «Московский дом национальностей» пройдет юбилейный творческий вечер писателя-сатирика, поэта и публициста, заслуженного работника культуры РФ и БАССР, лауреата премии «Золотое перо России» Марселя Салимова.

Известный юморист прочитает свои произведения на русском, башкирском и татарском языках .Также вниманию зрителей будут представлены веселые сценки и новые песни московских композиторов на стихи автора. В программе вечера заявлено выступление участников Башкирского культурного центра города Москвы, творческого объединения «Сесен», театра «Ильгам», Земфиры Баймурзиной и др.

Мероприятие проводится при поддержке Полномочного представительства Республики Башкортостан при Президенте РФ, МСОО «Лидеры мирового сообщества», Курултая Башкир города Москвы и Московской области.

Начало встречи в 18.00 часов.
Для записи на мероприятие: 8 (926) 852-86-97

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *