Амурҙар алғы һыҙыҡта / Амуры в строю

1812 йылдың 26 августында (7 сентябрендә) Бородино ауылы эргәһендә XIX быуаттағы иң ҡаты бәрелештәрҙең береһе үтә. Дон казактары менән 1-се башҡорт полкы ла был алышта ҡатнаша. Тап шуның өсөн француз полководецтарының мемуарҙарында урын ала.

Ошо темаға Рәсәй ғилем академияһының Көньяҡ ғилми үҙәгендә “Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби биттәре” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте.

Иң тәүҙә милләттәштәребеҙ менән Европа маршалдары 1807 йылда Көнсығыш Пруссиялағы Фридланд янындағы алышта танышалар. Хәрби тарихсы, отставкаға сыҡҡан подполковник Мәхмүт Сәлимов әйтеүе буйынса, көрәш барышында башҡорттар казактар менән бер рәттән Алле йылғаһы аша йөҙөп сыға. Уҡтан ата-ата, улар дошманға һөжүм итә һәм күптәрҙе ҡамауға ала.

— Әйткәндәй, уҡты оҫта һәм мәргән атҡандары өсөн француздар Төньяҡ амурҙары тип атайҙар, — тип өҫтәне тикшеренеүсе. Тильзитта тыныслыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң император Наполеон башҡорттар, казактар һәм ҡалмыҡтар менән шәхсән күрешергә теләк белдергән.

Ғәскәрҙәрҙе ҡарағандан һуң, Наполеон хәрбиҙәрҙе үҙендә ҡабул итә. Ошо осрашыуҙы рәссам Пьер Бержере төшөрөп ала. Наполеондың бөйөк армияһы һалдаттары тап ошо ваҡытта башҡорт атлы ғәскәрҙәре менән таныша.

— Минең боронғо ата-бабам, тархандар нәҫеленән сотник Бикмөхәмәт Бәйембәтов, 2-се башҡорт полкы составында бар Европа буйлап алыштарҙа ҡатнаша. Тере ҡалып, батыр булып тыуған яғына ҡайтҡаны өсөн, беҙҙең нәҫелебеҙ дауам иткәне өсөн беҙ уға рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең һуңғы өс быуынға ике һуғыш тап килде. Ҡартатайым Беренсе Донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнаша, атайым Бөйөк Ватан һәм Финн һуғыштарында алыша. Миңә лә Рәсәйҙе һаҡларға тура килде һәм мин улым һәм ейәнемдең тыныс илдә йәшәүен теләйем, — тип һөйләй Мәхмүт Сәлимов.

Кавалеристар аяуһыҙ һуғыша, ә ете башҡорт полкы “Лейпциг янында халыҡтар алышында” дан ала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1842 йылда Үрге урал казак ғәскәрҙәре сиктәрендә алышыусылар Берлин, Варна, Лейпциг, Париж и Фершампенуаз исемдәренә лайыҡ була. Бынан тыш, башҡорт атлы ғәскәрҙәре ҡаһарманлығы Нидерландыла ла мәңгеләштерелә. 2017 йылда Эйссел йылғаһының һыу аша сығыу урынында Весен коммунаһында йәшәүселәр башҡорт батырына һәйкәл ҡуялар. Голландтар “төньяҡ амурҙары” уларҙы Наполеон ғәскәрҙәренән азат итте тип һанай.

1577 йылда башҡорт атлы ғәскәрҙәре тәүге тапҡыр үҙҙәрен Ливон походында күрһәтә, шунан башлап башҡорттар казактар менән бер рәттән Рәсәйҙең бөтә һуғыштарында ла ҡатнаша.

Амуры в строю

26 августа (7 сентября) 1812 года у деревни Бородино состоялось одно из самых кровопролитных сражений XIX столетия. В арьергардных боях вместе с донскими казаками ходил и 1-й башкирский полк, чем заслужил свое место в мемуарах французских полководцев. На эту тему в Южном научном центре РАН состоялся круглый стол “Страницы ратной славы башкирского народа в истории России”.

Впервые с экзотической кавалерией маршалы Европы познакомились в 1807 году в битве под Фридландом, в Восточной Пруссии. По словам военного историка и подполковника в отставке Махмута Салимова, в ходе сражения башкиры бросились на французов вместе с казаками вплавь через реку Алле. Стреляя из луков, они с большим эффектом атаковали отряды врага и захватили много пленных.

– Кстати, за ловкость и умение метко стрелять из луков французы прозвали башкир северными амурами, – добавил исследователь. После подписания мирного договора в Тильзите император Наполеон захотел лично увидеть казаков, калмыков и башкир.

После смотра войск Наполеон принял казаков, калмыков и башкир. Эту встречу и запечатлел художник Пьер Бержере. Многим солдатам великой армии Наполеона тоже пришлось лично “познакомиться” с башкирской конницей. Например, в 1812 году 2-й башкирский полк в составе бригады казачьего атамана Иловайского XII разбил под Кобрином корпус французского генерала Ранье.

– Мой далекий предок, сотник из рода тарханов Бикмухамет Баимбетов, в составе 2-го башкирского полка прошел с боями всю Европу. Мы благодарны ему за то, что он выжил и вернулся домой батыром, победителем и наш род воинов не прервался. На долю последних трех поколений нашего рода, включая и меня, выпало по две войны. Мой дедушка прошел Первую мировую и Гражданскую, отец участвовал в Финской и Великой Отечественной. Мне тоже пришлось защищать Россию, и я хотел бы одного: чтобы сын и внук жили в мирной стране, – рассказывает Махмут Салимов.

Храбро бились иррегулярные кавалеристы под Смоленском и Бородино, а семь башкирских полков покрыли себя славой в “Битве народов под Лейпцигом”. В память о ратных подвигах в 1842 году новые станицы Верхнеуральского казачьего войска получили названия Берлин, Варна, Лейпциг, Париж и Фершампенуаз. Подвиги башкирской конницы увековечены и в Нидерландах. В 2017 году у переправы через реку Эйссел жителями коммуны Весен был установлен памятник башкирскому воину. Голландцы считают, что “северные Амуры” принесли им свободу от войск Наполеона.

Впервые башкирская конница отметилась в Ливонском походе 1577 году. С тех пор башкиры наравне с казаками участвовали во всех войнах России.

Сығанаҡ: RG.RU

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *