Беҙ айыҡ тормош яҡлы! / Мы за Здоровый образ жизни!

Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына иң беренселәрҙән булып ҡушылған. Был ауылда бик әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй.

Бында йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, айырыуса Ғәфүр Рахманғолов етәкләгән ир-егеттәр ҡоро ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һала. Ауылда “Йәгеҙ әле, егеттәр!”, “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” уйыны гөрләп үткән; саңғы, ат спорты ярыштары, балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолған. Шуныһы үҙенсәлекле, ярыштар тик “Айыҡ ауыл” сиктәрендә үтә, унда эскелеккә бөтөнләй урын юҡ. Бөтә сараларҙа ла мотлаҡ рәүештә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу тураһында сығыштар яһайҙар. Уҡ атыу, йүгереү, гер күтәреү буйынса эстафета ойоштороп, уны күрше ауылдарға тапшырырға ниәтләйҙәр.

Яңыраҡ сәләмәт тормош алып барыу өсөн футбол майҙаны, турниктар эшләгәндәр. Көн һайын кистәрен спорт һөйөүселәр йыйылып әүҙем ял итә. Майҙансыҡ йәштәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан урынына әйләнә бара.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух!

Мы за Здоровый образ жизни!

Жители д.Верхнеяикбаево Баймакского района присоединились одними из первых к конкурсу “Трезвое село”. В этой деревне живут люди, которым небезразлично будущее и настоящее родного края.

Здесь активно работают общественные организации, особенно совет мужчин, которым руководит Гафур Рахмангулов, вносят большой вклад в развитие сельской инфраструктуры. В деревне прошли игры “А ну-ка парни”, “А ну-ка девушки”, организовали соревнования по лыжному и конному спорту, разные игры для детей. Особенно важно отметить, что все мероприятия проходят в рамках “Трезвого села”, там нет места алкоголю. На каждом событии в обязательном порядке говорят о важности ведения трезвого и здорового образа жизни. Планируют провести конкурсы по стрельбе из лука, подниманию гири и в виде эстафеты их передать другим деревням.

Недавно сделали футбольное поле и турники. Каждый день вечером молодежь собирается и активно отдыхают. Площадка стала любимым местом всех сельчан.

В здоровом теле – здоровый дух!

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *