Солтанбәктәр өмәгә сыҡты

Асҡын районынан “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы торған ерҙәренең хозурлығын аңлап, матурлыҡты һаҡларға, тағы ла күркәмерәк итеү өсөн тырыша. Йүнсел хужалар йорттарын төҙөкләндерә, кәртә-ҡураларын сағыу төҫлө ҡалай менән урата, ә уңған хужабикәләр ихата һәм баҡсаларында гөл- сәскәләр үҫтереп, матурлыҡ өләшә. Солтанбәктәр бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Ауылда өмәләр ҙә йыш үтә. Сираттағы өмәлә ирҙәр магазин, ҡараусыһыҙ ҡалған йорт тирәләрендәге иҫке кәртәләрҙе һүтеп таҙартты, ҡатын-ҡыҙҙар сүп-сар йыйҙы, сүп үләндәрен сапты. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп тотонғас, эш ырай.

Жители д.Султанбеково Аскинского района, которые участвуют в конкурсе “Трезвое село”, хотят жить ещё в лучших условиях. Мужчины приводят в порядок дворы и хозяйства, а домохозяйки следят за садом, выращивают цветы. Односельчане помогают друг другу. В деревне часто проходят разные субботники. Недавно они провели еще один, во время которого убрали мусор, починили заборы старых домов, скосили сорняки.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *