Иң көслө ҡыҙ Башҡортостандан

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Бөтә Рәсәй милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре фестивалендә иң көслө ҡыҙ тип танылды.

Өсөнсө курс студенты Наилә Ғәлина 24 килограмм герҙе 127 тапҡыр күтәргән. Гер спорты буйынса ул алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан йыйылма командаһы Түбәнге Новгород өлкәһе спортсыларын 8:1 иҫәбе менән отто.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *