Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала

17-18 сентябрь билдәле табиптарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә түләүһеҙ консультация алырға мөмкин.
“Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы сиктәрендә Ҡыҙыу линия эшләйәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары ойоштора.


17-18 сентябрь 11.00-20.00 сәғәттә 8-900-347-5000 телефоны аша шылтыратып, айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.

17 сентябрь (сәғәт 11.00 -20.00) һорауҙарға яуап бирә:
— юғары категориялы табип-нарколог,
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
2-се һанлы Республика наркология диспансеры баш табибы,
медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғафар улы Рәхмәтуллин;
— БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк психологы, медиатор Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Салихова;
—Гүзәл Рим ҡыҙы Байбулатова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге консультатив- диагностика бүлеге психиатр-табибы
(һөнәре буйынса эш стажы – 16 йыл)

17 сентябрь (сәғәт 12.00 -15.00) медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев консультация бирә. Владимир Ләбиб улы Юлдашев Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, 300-ҙән ашыу мәҡәлә, монография, ғилми-методик хеҙмәттәр авторы, БР психиатрия, наркология, психотерапия һәм медицина психологияһы сертификацион комиссияһы рәйесе, психиатрия-наркология буйынса аттестацион комиссия ағаһы, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендә уҡытыу-методик комиссияһы ағзаһы, Рәсәй юғары уҡыу йорттарының тәрбиә эштәре буйынса проректорҙар Советы ағзаһы.
18 сентябрь (11.00 – 20.00 сәғәттә) Айҙар Рәхмәтуллин, Ғәлиә Салихова и табип-психотерапевт, табип-психиатр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге 1-се көндөҙгө стационар мөдире (һөнәре буйынса эш стажы – 5 йыл) Илгиз Байков һорауҙарға яуап бирәсәк.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *