Республиканың иң айыҡ ауылы тигән исем өсөн көрәш дауам итә / В республике продолжается борьба за звание самого трезвого населенного пункта

Республиканың иң айыҡ ауылы тигән исем өсөн көрәш дауам итә. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә райондарҙа ниндәй саралар үтә, халыҡ конкурсҡа теләп ҡушыламы, бөтөнләй эсеүҙе ташларға ниәт ҡылғандар бармы? “Бәхетнамә” тапшырыуында “Айыҡ ауыл” конкурсы барышы һәм Ҡыҙыу бәйләнеш тураһында һөйләштек. Студия ҡунаҡтары: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фәнил […]
Продолжить чтение…

 

Өфөлә 2020 йылда мәктәп уҡыусылары өсөн профессиональ үҫеш үҙәге асыласаҡ / В Уфе в 2020 году откроется Центр профессиональной подготовки для школьников и выпускников

Бының турала һөнәрҙәргә арналған «PROFфест» фестиваленең пресс-конференцияһында мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтте. Йәштәрҙең профориентацион фестивале 17-18 сентябрҙә Өфөлә үтә. «Эш биреүсе һәм эш урынын эҙләүселәргә тәғәйенләнгән профессиональ үҫеш үҙәген 2020 йылда асыу планлаштырылған. Беҙ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 50 миллион һумға грант оттоҡ. Майҙансыҡты Тыныслыҡ урамы, 14 буйынса урынлашҡан бизнес-үҙәктә асыу ҡаралған», — […]
Продолжить чтение…

 

Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдарын күрһәттеләр / В Казахстане прошли показы фильмов “Бабич” и “Первая Республика”

Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдарын күрһәттеләр. Киноһүрәттәр башҡорт телендә рус субтитрҙары менән бушлай күрһәтелде. Сараның ойоштороусылары — «Аҡбуҙат» башҡорт этно-мәҙәни үҙәге. Сараға Башҡортостандан сыҡҡан Ҡаҙағстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ, студенттар һәм буласаҡ кинематографистар йыйылды. Фильм һәр кемгә оҡшаны, ҡарағандан һуң улар фекерҙәренән видеояҙма төшөрҙө.  «Экранда бөйөк шәхесте күреүебеҙгә шат булдыҡ, артабан да […]
Продолжить чтение…

 

Тел буйынса эшләйһе эштәр ай-һай күп!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы үҙенең сираттағы ултырышында башҡорт теленә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Йыйылышты комиссия кураторы Сынтимер Баязитов алып барҙы. Ултырышта Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән эште йәнләндереү маҡсатынан Башҡортостандың райондарына сит өлкә башҡорттары күпләп йәшәгән райондарҙы үҙ-ара туғандаш итеү, тел һәм әҙәбиәт буйынса һәр […]
Продолжить чтение…

 

Мәғариф министрлығы: Башҡортостан мәктәптәрендә китаптарҙы иҫәптән сығарып ташлау күренештәре юҡ / В школах Башкирии нет фактов массового списания учебников на башкирском языке

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге уҡытыу-методик әсбаптары һәм дәреслектәр иҫәптән сығарылып ташлана тигән хәбәр таралды. Автор быны мәктәптәрҙә уҡытыу тулыһынса рус теленә күсеүҙәндер тип аңлата. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Мәғариф министрлығына аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.
Продолжить чтение…

 

“Ҡыҙыу бәйләнеш” тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш

Акцияны үткәреү тәртибен раҫлау менән бер рәттән, белгестәр киләсәккә маҡсаттар билдәләне.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Демография, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә һорауҙары буйынса комиссияның сираттағы ултырышы “Ҡыҙыу линия” акцияһын ойоштороуға арналды.Комиссия ағзалары менән берлектә, 17-18 сентябрь үтәсәк акцияла 8-900-347-5000 телефоны аша консультация бирергә тейешле табиптар ҙа ҡатнашты.Ҡыҙыу бәйләнеш күп каналлы телефон аша ойошторола. Республика халҡы һорауҙарына билдәле нарколог, […]
Продолжить чтение…

 

Тәм-томдарың, әйҙә, ары торһон, күпереп торған икмәк алдында!

Тәм-томдарың, әйҙә, ары торһон, күпереп торған икмәк алдында! Тимер Йосоповтың популяр шиғырынан ошо һүҙҙәр һәр кешегә яҡын, аңлайышлы. Икмәк ҡәҙерен белеү — хеҙмәт ҡәҙерен белеүгә тиң. Ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Икмәк фестивале үтте. Проект граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына үткәрелде. Фестивалдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев та ҡатнашты.
Продолжить чтение…

 

“АМАНАТ” – “Милли телдә сыҡҡан иң яҡшы балалар баҫмаһы” !

Бөтә Рәсәй балалар матбуғатының “Серле һүҙ”  юбилей фестивале иң яҡшы балалар баҫмаларын үҙенә йыйҙы. Фестиваль сиктәрендә уҙғарылған “Серле һүҙ” бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде. Рәсәйҙең (шулай уҡ, быйыл Белорусcия ла ҡатнашты) 130 балалар баҫмаһы араһында “Аманат” журналы “МИЛЛИ ТЕЛДӘГЕ ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҪМАҺЫ” исемен яуланы! Ҡотлайбыҙ!
Продолжить чтение…

 

Ҡыҙыу бәйләнештең тәүге көнөндә 50-нән ашыу шылтыратыу ҡабул ителде

“Ғаилә” ресурс үҙәге нигеҙендә 17 сентябрь “Айыҡ ауыл” сиктәрендә махсус Ҡыҙыу линия эшләне. Республика халҡының һорауҙарына табиптар: нарколог Айҙар Рәхмәтуллин, психолог Ғәлиә Салихова, психотерапевт Илгиз Байков, БР наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев яуап бирҙе. Белгестәр әйтеүенсә, башлыса эскелектән яфаланыусыларҙың яҡындары шылтыратҡан. Уларға табип кәңәше, кәрәкле учреждениелар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Республиканың төрлө төбәгенән-Бөрйән, Баймаҡ, Шаран, Хәйбулла […]
Продолжить чтение…