Мәғариф министрлығы: Башҡортостан мәктәптәрендә китаптарҙы иҫәптән сығарып ташлау күренештәре юҡ / В школах Башкирии нет фактов массового списания учебников на башкирском языке

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге уҡытыу-методик әсбаптары һәм дәреслектәр иҫәптән сығарылып ташлана тигән хәбәр таралды. Автор быны мәктәптәрҙә уҡытыу тулыһынса рус теленә күсеүҙәндер тип аңлата. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Мәғариф министрлығына аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.

2014 йылдың 31 майының “Дәреслектәрҙең федераль исемлеге тураһында” 235-се бойороғона ярашлы, мәктәптәр биш йыл дауамында ошо бойороҡ көсөнә ингәнгә тиклем алынған дәреслектәр менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Йәғни 2014 йыл федераль исемлеккә индерелгән әсбаптар 2019 йылда иҫәптән сыға.

Үткән йылдың декабрендә Рәсәй Мәғариф министрлығы тағы бер ҡарар сығарҙы. Унда әйтелгәнсә, 2018 йылда федераль исемлеккә индерелгән әсбаптар 2021 йылда иҫәптән сығарылырға тейешле.

Башҡортостан Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, башҡорт теле , үткән йылдарҙағы кеүек үк , рус, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәре менән берлектә белем биреү теле булараҡ уҡытыла. Уҡытыу ата-әсәләр ғаризаларына ярашлы башҡарыла. Быйыл башҡорт телен 37 768 кеше ( мәктәп уҡыусыларының 7,95% ) һайлаған.

Министрлыҡ тарафынан үткәрелгән мониторинг шуны күрһәтә: башланғыс синыфтарҙа математика, тирә-яҡты өйрәнеү, технология, музыка, рәсем дәрестәре туған телдәрҙә үтә. Төп дөйөм белем биреү кимәлендә уҡыусылар туған телдә тормош һабаҡтары, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, география, тарих, музыка, рәсем, технология дәрестәрен уҡыйҙар. Федераль исемлеккә индерелгән дә, “Китап” нәшриәте сығарған әсбаптар ҙа ҡулланыла.

Әле федераль исемлектәге әсбаптарҙы туған телгә (башҡорт теленә) тәржемә итеп сығарыу һорауы ҡарала, тип аңлаталар Мәғариф министрлығында.

Мәктәптәрҙә башҡорт теле туған тел булараҡ та өйрәнелә, уҡытыу , шулай уҡ, ата-әсәләр ғаризаларына ярашлы башҡарыла. Министрлыҡ биргән мәғлүмәткә ярашлы, был һан 15,6% (74 134 кеше) тәшкил итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп уҡыусылары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та өйрәнә. Уны быйылғы уҡыу йылында 65,11% (309 369 уҡыусы) һайлаған.

Республика Хөкүмәте “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары һәм дәүләт телен һаҡлау һәм үҫтереү ” дәүләт программаһы сиктәрендә туған телдә уҡытыу һәм туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн йыл һайын 5 миллион һум аҡса бүлә. Туған татар теле уҡытылған мәктәптәр өсөн 3 457 531 һумға 9 229 дана әсбап алынған. Туған сыуаш һәм удмурт теле уҡытылған мәктәптәрҙә 1,5 миллион һумға 6,5 дана уҡыу китаптары алынған.

Шулай итеп, социаль селтәрҙәге хәбәрҙе раҫлаусы дәлилдәр юҡ.

В школах Башкирии нет фактов массового списания учебников на башкирском языке: Минобр

На этой неделе в социальных сетях появилась информация о фактах якобы массового списания учебно-методической литературы и учебников на башкирском языке. Автор одного из постов утверждал, что это связано с переходом всех школ республики исключительно на русский язык обучения. Агентство «Башинформ» обратилось за разъяснениями в Министерство образования республики. В образовательном ведомстве рассказали, что в соответствии с приказом № 235 от 31 марта 2014 г. «О федеральном перечне учебников, рекомендуемых к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего, основного общего, среднего общего образования» школы вправе в течение пяти лет использовать в образовательной деятельности приобретенные до вступления в силу настоящего приказа учебники, т.е. учебники, включенные в федеральный перечень учебников в 2014 году, подлежат списанию в 2019 году.

В декабре прошлого Минпросвещения России издало еще один ведомственный приказ, в котором прописано, что учебники, включенные в федеральный перечень учебников в 2018 году, подлежат списанию в 2021 году.

В Минобре Башкортостана напомнили, что в школах республики, в этом учебном году, как и в предыдущие, башкирский язык используется как язык образования в числе 6 языков образования — русского, башкирского, татарского, чувашского, удмуртского, марийского. При этом родители школьников сами выбирают язык образования своих детей. В этом году башкирский язык как язык обучения выбрали 37 768 чел. (7,95% от общего числа обучающихся).

Мониторинг, проведенный министерством, показал, что обучение на родных языках ведется в начальных классах по математике, окружающему миру, технологии, ИЗО, музыке. На уровне основного общего образования школьники на родном языке изучают уроки жизни, истории и культуры Башкортостана, географию, историю, музыку, ИЗО, технологию. При этом используются как учебники, включенные как в федеральный перечень, так и учебные пособия, выпущенные издательством «Китап».

В настоящее время Министерством образования прорабатывается вопрос издания учебников из федерального перечня как учебных пособий в переводе на родной (башкирский) язык с приобретением неисключительной сублицензии на право использования для перевода учебников у федеральных издательств», — отметили в ведомстве.

В школах башкирский язык изучается и как родной, обучение также ведется по заявлениям родителей. По предварительным данным Министерства образования, охват изучением башкирского языка в общеобразовательных организациях составляет 15,6% (74 134 чел)

Напомним, что школьники также изучают башкирский язык как государственный язык Башкортостана. Его в этом учебном году выбрали 65,11% (309 369 обучающихся).

Правительство республики ежегодно выделяет 5 миллионов рублей на обучение на родном языке и изучение родных языков в рамках госпрограммы «Сохранение и развитие государственных языков и языков народов Башкортостана». Для общеобразовательных организаций с изучением родного татарского языка закуплена учебная литература в количестве 9 229 экземпляров на сумму 3 457 531 рублей.

В школах, где изучаются родной чувашский и удмуртский языки, также закуплена учебная литература в количестве более 6,5 тысячи экземпляров на сумму почти 1,5 млн рублей. Можно констатировать, что факты, изложенные в социальных сетях, не подтверждаются и являются попыткой со стороны некоторых людей раздуть конфликт на пустом месте.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *