Тел буйынса эшләйһе эштәр ай-һай күп!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы үҙенең сираттағы ултырышында башҡорт теленә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Йыйылышты комиссия кураторы Сынтимер Баязитов алып барҙы.

Ултырышта Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән эште йәнләндереү маҡсатынан Башҡортостандың райондарына сит өлкә башҡорттары күпләп йәшәгән райондарҙы үҙ-ара туғандаш итеү, тел һәм әҙәбиәт буйынса һәр сараға филология факультеты студенттарын ғына түгел, ғөмүмән, йәштәрҙе, һәр уҡыу йортонда белем алған башҡорт йәштәрен йәлеп итеү тураһында фекер алышты. Һәр йыл һайын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолоп килгән Башҡорт теле көнөнә дәүләт статусын биреү йәһәтенән республика етәкселегәнә мөрәжәғәт итеү хаҡында әйтелде.

Башҡорт теленең диалекттары, әҙәби телдең нормалары, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, радио һәм телевидениела телде дөрөҫ файҙаланыу өсөн айырым түңәрәк өҫтәл уҙғарыу кәрәк. Уның һөҙөмтәләре нигеҙендә телде дөрөҫ ҡулланыу өсөн киң мәғлүмәт сараларын файҙаланыу мөһимлеге әйтелде.

Лариса АБДУЛЛИНА

Комиссия по образованию, науке, развитию башкирского языка и литературы Всемирного курултая башкир провела своё очередное собрание по обсуждению и решению проблем, связанных с родным языком. Заседание провёл председатель комиссии Сынтимер Баязитов.

На собрании обсуждали вопросы по работе с территориями с компактным проживанием башкир, привлечения студентов разных специальностей и университетов на мероприятия, связанные с башкирским языком и литературой. Речь шла и об обращении к руководству республики с просьбой присудить Дню башкирского языка государственный статус.

Необходимо провести круглый стол о правильном использовании диалектов башкирского языка, норм литературного языка в СМИ.

Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *