Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдарын күрһәттеләр / В Казахстане прошли показы фильмов “Бабич” и “Первая Республика”

Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдарын күрһәттеләр. Киноһүрәттәр башҡорт телендә рус субтитрҙары менән бушлай күрһәтелде. Сараның ойоштороусылары — «Аҡбуҙат» башҡорт этно-мәҙәни үҙәге.

Сараға Башҡортостандан сыҡҡан Ҡаҙағстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ, студенттар һәм буласаҡ кинематографистар йыйылды. Фильм һәр кемгә оҡшаны, ҡарағандан һуң улар фекерҙәренән видеояҙма төшөрҙө. 

«Экранда бөйөк шәхесте күреүебеҙгә шат булдыҡ, артабан да беҙҙең тарих тураһында фильмдар ҡарарға теләгебеҙ бар. Башҡорт телендә башҡорт актерҙары менән фильмдар — беҙҙең өсөн шундай яҡын, беҙгә шул етмәй. Ошондай картиналар йәштәргә лә бик ҡыҙыҡлы, уларға тура юлға баҫырға ярҙам итә. Яңы башҡорт кинематографтарын фильм премьералары менән килеүен көтөп ҡалабыҙ», — тине тамашасылар.

В Доме дружбы г. Нур-Султан (Казахстан) прошли показы фильмов Булата Юсупова «Бабич» и «Первая республика». Картины были показаны бесплатно на башкирском языке с русскими субтитрами. Организатором показов выступило Башкирское этнокультурное объединение «Акбузат».

На мероприятие собрались как выходцы из Башкортостана, так и коренные жители Казахстана, студенты, будущие кинематографисты. Фильм глубоко тронул зрителей. После показов они записали свои отзывы на видео.

«Было приятно видеть на экране легендарных личностей, хотелось бы и в дальнейшем смотреть фильмы о нашей истории. Фильмы на башкирском языке с башкирскими актерами — для нас это очень близкое и родное, нам этого не хватает. Такие картины очень интересны для молодежи, помогают им встать на правильный путь. Ждем новых приездов башкирских кинематографистов с премьерами фильмов», — прокомментировали зрители.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *