“Ҡыҙыу бәйләнеш” тәүлек әйләнәһенә эшләргә тейеш

Акцияны үткәреү тәртибен раҫлау менән бер рәттән, белгестәр киләсәккә маҡсаттар билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Демография, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә һорауҙары буйынса комиссияның сираттағы ултырышы “Ҡыҙыу линия” акцияһын ойоштороуға арналды.
Комиссия ағзалары менән берлектә, 17-18 сентябрь үтәсәк акцияла 8-900-347-5000 телефоны аша консультация бирергә тейешле табиптар ҙа ҡатнашты.
Ҡыҙыу бәйләнеш күп каналлы телефон аша ойошторола. Республика халҡы һорауҙарына билдәле нарколог, психолог һәм психотерапевтар яуап бирәсәк.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *