Өфөлә 2020 йылда мәктәп уҡыусылары өсөн профессиональ үҫеш үҙәге асыласаҡ / В Уфе в 2020 году откроется Центр профессиональной подготовки для школьников и выпускников

Бының турала һөнәрҙәргә арналған «PROFфест» фестиваленең пресс-конференцияһында мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтте. Йәштәрҙең профориентацион фестивале 17-18 сентябрҙә Өфөлә үтә.

«Эш биреүсе һәм эш урынын эҙләүселәргә тәғәйенләнгән профессиональ үҫеш үҙәген 2020 йылда асыу планлаштырылған. Беҙ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 50 миллион һумға грант оттоҡ. Майҙансыҡты Тыныслыҡ урамы, 14 буйынса урынлашҡан бизнес-үҙәктә асыу ҡаралған», — ти Айбулат Хажин.

Мәғариф министры һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Юрий Мельников әйтеүенсә, профориентация үҙәге көн һайын 6-11 класс уҡыусылары өсөн эшләйәсәк. Үҙәктә улар уйын формаһында үҙҙеренең оҫталыҡтарын тикшерәсәк, ҡайһы профессиональ мөхиттә үҫешергә, эш биреүсе менән нисек һөйләшергә өйрәнәсәк.

Айбулат Хажин әйтеүенсә, хәҙерге көндә инвесторҙар төбәктең кадрҙар потенциалына ҙур иғтибар йүнәлтәләр. Был — республика майҙанына инвестициялар индергән ваҡытта иң мөһим һорауҙарҙың береһе.

Һөнәр һайлауҙа «Яңы һөнәрҙәр атласы» ла ярҙам итәсәк. Был атлас менән бергә уҡыусылар киләсәктә кәрәкле буласаҡ һөнәрҙәр менән таныша ала. Ул әлеге ваҡытта эшләнә һәм 2019 йылдың аҙағында әҙер буласаҡ.

В Уфе в 2020 году откроется Центр профессиональной подготовки для школьников и выпускников. Об этом рассказал исполняющий обязанности министра образования Айбулат Хажин на пресс-конференции, посвященной фестивалю профессий «PROFфест». Фестиваль профориентации молодежи проходит 17-18 сентября в Уфе.

«Центр профессиональной подготовки, где работодатели будут взаимодействовать с потенциальными будущими работниками, планируется открыть в 2020 году. Мы выиграли грант в рамках нацпроекта «Образование» на 50 миллионов рублей. Площадку планируется создать в бизнес-центре на улице Мира, 14», — пояснил Айбулат Хажин.

По словам министра образования и министра труда, семьи и социальной защиты Юрия Мельникова, профориентационный центр будет действовать в ежедневом формате работы для школьников с шестого по одиннадцатый класс, где они в интересной игровой форме смогут определить, какие навыки им нужно развивать, к какому типу профессиональной среды они относятся, как взаимодействовать с работодателем.

Айбулат Хажин отметил, что сейчас инвесторы проявляют большой интерес к кадровому потенциалу региона, это их интересует в первую очередь, когда принимается решение о размещении инвестиций на территории республики.

В профессиональной ориентации также поможет проект «Атлас новых профессий», благодаря которому школьники могут ознакомиться не только с уже существующими профессиями, но и с профессиями будущего. Его разработка сейчас идет, к концу 2019 года проект должен быть разработан. В нем будут представлены новые специальности по 22 отраслям, отдельный блок будет посвящен предпринимательству.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *