Төбәк-ара Хәтер Вахтаһы // Межрегиональная Вахта Памяти

18 сентябрҙә Ростов өлкәһенең Обливский районында Төбәк-ара Хәтер Вахтаһы эшләй башланы. Был ерҙә 1942 йылда Обливская станцияһы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы күп юғалтыуҙар кисерә. “Хәтер Вахта”һын асыу тантанаһы Деево хуторы янындағы туғандаштар ҡәберлегендә үтте. Тап ошо ерҙә 1948 йылда 16 йәшлек Рәми Ғарипов үҙенең класташтары менән аталарының ҡәберҙәрен эҙләйҙәр. Улар беренсе эҙәрмәндәр  булалар. 8-се […]
Продолжить чтение…

 

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтә // Дни Башкортостана в Москве

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәренең эшлекле өлөшө сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар үткәреү ҡаралған. 20 сентябрь бай программа көтөлә. Сараларҙың береһе- Рәсәй Президенты янындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтәсәк “Башҡортостан Республикаһы- милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ территорияһы» түңәрәк өҫтәл. Уны «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге ойоштора. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы –Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт […]
Продолжить чтение…

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаһына инде // Инаугурация Радия Хабирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт телдәрендә – башҡортса һәм русса Башҡортостан халҡына тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе. Инаугурация тантанаһы өсөн залға Башҡортостан флагы менән Башҡортостан Конституцияһының махсус данаһы индерелде. Унан алда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 8 сентябрҙә республикала үткән һайлау һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. – Быйыл тауыш биреү хоҡуғы булған республика халҡының […]
Продолжить чтение…

 

“Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми конферецияһы // “Мустаевские чтения”

12 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағыры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми конференцияһына материалдар туплау бара. Материалдар дүрт номинация буйынса йыйыла: – “Уйҙарымдың йомғағы һин…” (Мостай Кәрим тураһында хәтирәләр);– “Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…” шиғыр флешмобы;– Мостай Кәримдең донъя картаһын булдырыу;– “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” – Мостай […]
Продолжить чтение…

 

Мәҙәниәтле ял көндәре / Культурные выходные

Тап ошо исем аҫтында 29 сентябрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй акцияһы башлана. Уның сиктәрендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы һәр кемгә ишеген аса. Был көндө Өфө ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар рус һәм сит илдең фарфоры күргәҙмәһе, рус һынлы сәнғәте экспозициялары, Михаил Нестеровтың һәм Давид Бурлюктың ижад емештәре менән таныша ала. Шулай уҡ, Александр Тюлькин, […]
Продолжить чтение…

 

Мәскәүҙән яҡшы яңылыҡ килде! // Хорошие новости из Москвы!

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының 24 июлендәге 390-сы һанлы Приказы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы федераль исемлеккә индерелде. Был әлбиттә уҡыусыларға тағы ла яңы этәргес булыр, сөнки вуздарға ингәндә өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк. Документ менән Рәсәй юстиция министрлығының сайтында танышырға мөмкин (теркәү номеры 55890, 12.09.2019).
Продолжить чтение…