Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаһына инде // Инаугурация Радия Хабирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт телдәрендә – башҡортса һәм русса Башҡортостан халҡына тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе. Инаугурация тантанаһы өсөн залға Башҡортостан флагы менән Башҡортостан Конституцияһының махсус данаһы индерелде.

Унан алда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 8 сентябрҙә республикала үткән һайлау һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.


– Быйыл тауыш биреү хоҡуғы булған республика халҡының 71,8 проценты һайлауға килде. Уларҙың 82,02 проценты Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе, – тине ул. – Мин бөгөн Радий Хәбировты еңеүе менән ҡотлайым һәм Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырам.


Радий Хәбиров ант итеп, ҡул ҡуйғандан һуң Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары уйнаны. Иң тәүгеләрҙән булып яңы Башлыҡты Игорь Комаров тәбрикләне. Сарала Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, 2010-2018 йылдарҙа республика Башлығы булған Рөстәм Хәмитов, Федерация Советы, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, судьялар, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дин һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хабиров официально вступил в должность Главы Башкортостана

Сегодня в Уфе прошла церемония вступления в должность Главы Башкортостана Радия Хабирова. По итогам выборов свои голоса действующему руководителю республики отдали 82,02 процента избирателей Башкортостана. Официальные итоги выборов еще раз зачитала председатель Центризбиркома республики Илона Макаренко. Она вручила Радию Хабирову удостоверение главы Башкортостана. Во время церемонии инаугурации глава региона принял присягу, текст которой закреплен в Конституции республики.
Клятва была произнесена на двух государственных языках республики — русском и башкирском. С этого момента Радий Хабиров официально вступил в должность главы региона.

В церемонии инаугурации приняли участие полпред президента России в ПФО Игорь Комаров, первый президент Башкортостана Муртаза Рахимов, экс-глава Башкирии Рустэм Хамитов, депутаты Госсобрания, члены правительства, главы муниципалитетов, представители общественности. По Конституции Башкортостана высшее должностное лицо республики наделено широким перечнем полномочий, среди которых представление региона в отношениях с Президентом России и федеральными органами власти, формирование правительства, контроль за исполнением законов, издание указов и распоряжений, исполнение которых обязательно на территории всей республики. Глава Башкортостана также возглавляет исполнительную ветвь власти.

С момента официального вступления в должность Радия Хабирова правительство республики ушло в отставку.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *