Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре // В Москве проходят дни Башкортостана

Башҡортостан Республикаһына йәмәғәтселектең иғтибары ҙур.
Мәскәүҙә үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай тип билдәләй. Рәсәй Президенты янындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Башҡортостан Республикаһы- милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ территорияһы» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

Милли йәмәғәт ойошмаларын ҡеүәтләү һәм үҫтереү өсөн дәүләт һәм идара итеү органдарына, шул иҫәптән федараль кимәлдәгеләргә лә, яңы коммуникатив һәм консультацион майҙансыҡтар булдырырға кәрәк. Был түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар тәҡдим иткән мәсьәләләрҙең береһе. Сарала Рәсәй йәмғиәте консолидацияһында этнос-ара татыулыҡ һәм Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һорауҙары тураһында фекер алышынды. Дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар, Рәсәй һәм Башҡортостан эксперттары ҡатнашҡан түңәрәк өҫтәлде
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы –Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе.

Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостанда татыулыҡты нығытыу буйынса тормошҡа ашырылған башланғыстар тураһында һөйләне һәм Рәсәйҙә һәм халыҡ-ара даирәлә Башҡортостан Республикаһының имиджын күтәреү өсөн аныҡ тәҡдимдәр әҙерләне. Улар араһында Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа субъекттары араһында гуманитар, социомәҙәни, академик, шул иҫәптән фәнни материалдарҙы РФ субъекттары дәүләт телдәрендә баҫтырыу мәсьәләләре буйынса ла, хеҙмәттәшлекте нығытыу; ғалимдарға республиканың сәйәси, иҡтисади, социаль үҫешенә арналған тикшеренеүҙәрен дауам итеү; Башҡортостан Республикаһының ыңғай тәжрибәһен башҡаларға күрһәтеү; элекке совет киңлегендәге юғары уҡыу йорттары менән, шул иҫәптән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы тармаҡ университеты сиктәрендә, хеҙмәттәшлекте көсәйтеү кеүек йүнәлештәр бар.

В Москве проходят дни Башкортостана🇷🇺

К Республике Башкортостан по случаю празднования 100-летия образования повышенное внимание общественности.

Это констатируют принявшее участие в круглом столе научно-экспертное сообщество и представители органов власти.

20 сентября Полномочное Представительство РБ при Президенте России стало площадкой для проведения круглого стола «Республика Башкортостан – территория межнационального согласия и мира».

Организатором круглого стола выступил МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир». Модератор заседания – Эльвира Аиткулова, заместитель председателя Государственного Собрания–Курултая Республики Башкортостан, председатель Президиума МСОО Всемирный курултай (конгресс) башкир. С приветственным словом выступили Азат Бадранов, начальник Управления Главы Республики Башкортостан по общественно-политическому развитию, Лилия Гумерова, первый заместитель председателя Комитета по науке, образованию и культуре Совета Федерации Федерального Собрания РФ, Амина Шафикова, министр культуры РБ.

Для оказания поддержки национальным общественным организациям
органам власти и управления, в том числе федерального уровня, нужно укреплять и формировать новые коммуникативные и консультационные площадки. Это одна из рекомендаций, которые были разработаны участниками круглого стола. Они направлены на укрепление имиджа Республики Башкортостан в России и на международной арене. Например, эксперты считают,что необходимо позиционировать позитивный опыт Республики Башкортостан как субъекта, коренное население которого имеет в составе Российской Федерации все условия для развития культурной самобытности и идентичности, усилить гуманитарное, академическое и социокультурное сотрудничество между Башкортостаном и другими субъектами РФ, в том числе в вопросах публикации научных материалов на государственных языках субъектов РФ; экспертам и ученым РБ продолжить исследования, посвящённые устойчивому политическому, экономическому и социальному развитию Башкортостана, включая анализ конкретных жизненных ситуаций и кейсов с целью развития приоритетных направлений деятельности региона; интенсифицировать академическую мобильность между вузами Республики Башкортостан и странами постсоветского пространства, в том числе в рамках сетевого Университета Шанхайской организации сотрудничества.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *