Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре ҙур концерт менән тамамланды // Дни Башкортостана в Москве

20 сентябрҙә «Зарядье» паркының ҙур амфитеатр сәхнәһендә Башҡортостан сәнғәт оҫталарының байрам концерты үтте. Республиканың 100 йыллығына арналған сара Башҡортостан көндәрен йомғаҡланы.

Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнеш буйынса Мәскәү ҡалаһы Департаментының етәксеһе Виталий Сучков әйтеүенсә, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре уңышлы үтте. Ул, шулай уҡ, Мәскәүҙең мэры Сергей Собянин исеменән ҡотланы:

“2019 йыл Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле йыл. 100 йыл элек Автономия Совет Республикаһы төҙөлә — Рәсәй составындағы беренсе милли автономия. Беҙ башҡорт дуҫтарыбыҙға һәм хеҙмәттәштәребеҙгә төбәктең быуат байрамын бергә ҡыуанып ҡаршы алғаныбыҙға рәхмәтлебеҙ. Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре баш ҡалабыҙҙың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда бик әһәмиәтле сараға әйләнде, улар ике яҡлы, төбәк-ара мөнәсәбәттәр үҫешенә яңы һулыш өрҙө. Эшлекле сәфәр ваҡытында беҙ һаулыҡ һаҡлау, туризм, мәшғүллек һәм башҡа өлкәләрҙә булған тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Ҡала граждандары мәҙәни программаны, айырыуса уның йөҙөк ҡашы — «Зарядье» паркында үткән сәнғәт оҫталары концертын, юғары баһаланылар. Ошондай саралар төбәктәрҙе тағы ла яҡынайта, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығыта”

Шулай уҡ, амфитеатр сәхнәһенән «Янган-Тау» ЮНЕСКО геопаркының рәсми илсеһе Александр Айдаровтың «Айда со мной» тип аталған Ер шары тирәләй сәйәхәтенә старт бирелде. Төбәктең мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам концертының музыкаль флагманы — дирижер Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР-ҙың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры сығышы булған. Тәүге тапҡыр оркестр аккомпанементына Диляра Иҙрисова һәм Иҙел Аралбаев сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың сығыш яһауы тамашасылар өсөн бүләк булды. Маэстро башҡорт халҡының гимнын — «Уралым» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.

Шулай уҡ, Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтары мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов, Ф.Ғәскәров ис. Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Узорица», «Премьер» төркөмдәре, «Тауыш» проектының финалистары Наҙгөл Отузова һәм Мария Мирова сығыштарын йылы ҡаршы алды.

Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Курайсы» төркөмө, «Guzal Dance» бейеү коллективы, «Дәрүиш-Хан» рок-коллективы, «Арғымак» этно-рок төркөмө сығыштары ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

20 сентября на сцене большого амфитеатра московского парка «Зарядье» состоялся праздничный концерт мастеров искусств Башкортостана. Мероприятие, посвященное 100-летию образования республики, стало финальной точкой Дней Республики Башкортостан в Москве.

Руководитель Департамента национальной политики и межрегиональных связей города Москвы Виталий Сучков отметил, что Дни Республики Башкортостан в Москве прошли с большим успехом, и зачитал приветственный адрес от имени мэра Москвы Сергея Собянина, в котором, в частности, говорится:

«2019 год особенный для Башкортостана. 100 лет назад была создана автономная советская республика — первая национальная автономия в России. Мы благодарны башкирским друзьям и коллегам за возможность разделить радость празднования векового юбилея региона. Дни республики в Москве стали значимым событием в общественной и культурной жизни столицы, придали новый импульс развитию двусторонних, межрегиональных отношений. В рамках деловой поездки мы обменялись опытом в области образования, здравоохранения, занятости, туризма и в других сферах. Москвичи по достоинству оценили насыщенную культурную программу, главным украшением которой является замечательный концерт мастеров искусств Башкортостана в «Зарядье». Подобные мероприятия еще больше сближают наши регионы, укрепляют дружбу и сотрудничество».

Также со сцены амфитеатра был объявлен старт кругосветного путешествия «Айда со мной» официального посла геопарка ЮНЕСКО «Янган-Тау» Александра Айдарова. По сообщению пресс-службы регионального Министерства культуры, музыкальным флагманом праздничного концерта стал Национальный оркестр народных инструментов РБ во главе с дирижером Линаром Давлетбаевым. Впервые под аккомпанемент оркестра выступила лауреат международных конкурсов, ведущая солистка Башкирского государственного театра опера и балета, признанный мастер стиля барокко, представительница славной музыкальной династии Диляра Идрисова, а также один из молодых, талантливых, перспективных солистов Башкирской Оперы, лауреат международных конкурсов, исполняющий партию Салавата Юлаева в одноименной легендарной опере Загира Исмагилова, Идель Аралбаев. Выступление народного артиста РБ Аскара Абдразакова стало подарком для зрителей первопрестольной. Маэстро исполнил гимн башкирского народа — башкирскую народную песню «Уралым».

Самым зрелищным стало выступление артистов Государственного академического ансамбля народного танца имени Ф.Гаскарова. Зрители бурными овациями встретили мультиинструменталиста Загира Зайнетдинова (шоу проект «Зайнетдин»). Русский фольклор и этника были представлены финалистами проекта «Песни на ТНТ» группой «Узорица» во главе с Полиной Кобец. В концертной программе также приняли участие финалисты проекта «Голос» Первого канала Назгуль Отузова и Мария Мирова, группа «Премьер».

Московский зритель тепло принял и выступление группы «Курайсы» во главе с кураистом Робертом Юлдашевым, а также танцевальный коллектив «Guzal Dance».

В этот вечер в сердце столицы нашей Родины прозвучал и башкирский рок, который представил обновленный состав возродившегося легендарного рок-коллектива «Дервиш-Хан».

Хедлайнером вечера стала башкирская этно-рок группа «Аргымак» и его фронтмен — Ринат Рамазанов. Несмотря на прохладную погоду, зрители долго не отпускали музыкантов со сцены.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *