Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәге асылды! // Башкирский центр в Москве!

«Зарядье» паркында, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә, Башҡорт мәҙәни үҙәгенең асыу тантанаһы үтте.

Асыу тантанаһында Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәте һәм төбәк-ара бәйләнеш буйынса Департамент етәксеһе Виталий Сучков эшлекле һәм мәҙәни программаның уңышлы үтеүе тураһында әйтте. Башҡортостан Башлығы исеменән БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Баҙранов сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Инга Йомашева ла тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡолова «Алтын Ай»бейеү коллективына башҡорт милли костюмдарын бүләк итте.

Башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе, «Zaman» төркөмө етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре Радмир Муфтахин әлеге көндә Мәскәүҙә 14 ижади коллектив әүҙем эшләп килгәнен әйтте. Ошондай үҙәк асылыуы милли мәҙәниәтте икенсе төбәктәрҙә лә үҫтерергә ярҙам итәсәк. Был үҙәктә бер нисә бүлек эшләйәсәк: хореография, һынлы сәнғәт, вокал һәм башҡалар.

Мәскәүҙә эшләп килгән Башҡорт симфония оркестры (дирижер – Азат Шахмөхәмәтов), Башҡорт академия хоры (дирижер – Илфат Баязитов), «Ак тирма» фольклор ансамбле, “Алтын Ай” башҡорт бейеү ансамбле, “Заман” төркөмө һәм ҡурайсы Ислам Илембәтов асыу тантанаһын үҙҙәренең сығыштары менән биҙәнеләр.

В Москве торжественно открыли Башкирский культурный центр

В парке «Зарядье», в рамках Дней Республики Башкортостан в Москве, состоялось торжественное открытие Башкирского культурного центра.

Выступая с приветственной речью на церемонии открытия, руководитель Департамента национальной политики и межрегиональных связей города Москвы Виталий Сучков отметил:

«Я уверен, что проведение Дней Республики Башкортостан в Москве позволит нам сделать еще один шаг на встречу друг другу и решать самые сложные задачи. В год столетия с момента образования Башкортостана в Москве с успехом прошла деловая программа, и с не меньшим успехом завершается культурная программа».
От имени Главы Республики Башкортостан поприветствовал всех собравшихся руководитель Управления Главы Республики Башкортостан по общественно-политическому развитию Азат Бадранов. Также с приветственной речью выступила Депутат Государственной Думы, председатель правления РОО «Землячество Башкортостана» Инга Юмашева. Председатель Президиума МСОО ВКБ Эльвира Аиткулова от Всемирного курултая башкир вручила московскому коллективу «Алтын Ай» национальные сценические башкирские костюмы.

Председатель Башкирского культурного центра Радмир Муфтахин (руководитель группы «Zaman», композитор, общественный деятель) сообщил, что, на сегодняшний день в Москве активно работают 14 творческих коллективов, и создание Центра поможет в деле сохранения и развития национальной культуры за пределами региона. Он станет многофункциональной площадкой для всестороннего развития людей всех социальных слоев и возрастных групп, где каждый может найти себе занятие по интересам и потребностям.

В центре будет функционировать несколько отделов, в том числе вокально-музыкальный, хореографический, изобразительного искусства и декоративно-прикладного творчества и др.

Церемонию открытия украсили своим выступлением профессиональные и самодеятельные башкирские коллективы. Москвы. Это Башкирский симфонический оркестр (дирижер – заслуженный артист РБ, подполковник, заместитель начальника Образцово-показательного симфонического оркестра войск национальной Гвардии РФ Азат Шахмухаметов); Башкирский академический хор (дирижер – выпускник Российской Академии Музыки имени Гнесиных, лауреат международных и всероссийских конкурсов Ильфат Баязитов); Фольклорный ансамбль «Ак тирма», Московский ансамбль башкирского танца “Алтын Ай”; группа “Заман” и кураист Ислам Илимбетов.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *