Ҡурай уйнаған ер — ул Башҡортостан! // Дни башкирской культуры во Владимире

23-27 сентябрҙә Владимир өлкәһендә тап ошо исем аҫтында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған башҡорт мәҙәниәте көндәре үтә.

Мәғрифәткә һәм мәҙәниәткә арналған ошо аҙнаны Владимир өлкәһенең мәҙәниәт Департаменты, Владимирҙың өлкә йәштәр һәм балалар китапханаһы, “Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы” йәмғиәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республика халыҡ ижады үҙәге бойомға ашырҙылар.

Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев Владимир өлкәһе Ҡоролтайының әүҙем эшмәкәрҙәренә рәхмәт хаты бүләк итте.

Владимир өлкәһенең бар халҡын башҡорт мәҙәниәте байрамына саҡырабыҙ!

23-27 сентября во Владимирской области проходят дни башкирской культуры « Башкортостан – то место, где поёт курай», посвящённые 100-летию образования республики.

Совместно с Департаментом культуры Владимирской области, Владимирской областной библиотекой для детей и молодежи, общественной организацией “Курултай башкир Владимирской области”, Министерством республики Башкортостан, Всемирным курултаем башкир, Республиканским центром народного творчества организована целая неделя просветительской и творческой недели башкирской культуры.

Председатель Исполкома Искандер Юлдашев поздравил и вручил благодарственные письма активистам Курултая Владимирской области.

Приглашаем всех жителей Владимирской области принять участие в празднике и погрузиться в башкирскую культуру!

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *