Баймаҡ, Белорет районы ағинәйҙәренең йыйыны

Баймаҡ районы ағинәйҙәре Белорет районы Үҙәнбаш ауылы ағинәйҙәре тарафынан үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында ҡатнашты. Ҡорҙың кураторы Сәрүәр Иҙелбаева етәкселегендә Баймаҡ, Семеновск, Өмөтбай, Ҡарамалы, Аҡморон ауылы ағинәйҙәренән торған делегация йыйында ҡатнашып ҡына ҡалманы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәренә мастер-класс, “Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егет тыйнаҡ булыр “–тигән темаға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторҙы.

Белорет район-ҡала ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфъянова, “Урал” район гәзитенең баш мөхәррире Сатура Мингажетдинова, Үҙәнбаш ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Римма Галимъянова үҙҙәренең сығыштарында республикабыҙҙа танылыу алған ағинәйҙәр ҡорҙарының эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үттеләр. Оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптең директоры булып эшләгән Заһит Муллагалямовтың, Үткәл, Үҙәнбаш ауылы ағинәйҙәре сығыштарын, Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре күрһәткән “Бәпес күреү” йолаһын яратып ҡараныҡ. Сатура Жәүәт ҡыҙы Баймаҡ районы ағинәйҙәр ҡорона, Белорет ҡоролтайы рәйесе И.С.Теләүбаевтың рәхмәт хатын тапшырҙы. Баймаҡ, Белорет районы ағинәйҙәренең йыйыны юғары кимәлдә үтте, тип хәбәр итә Әнүзә Мәжитова.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *