Ырымбур өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүсе синыфтарға ғариза ҡабул итергә әҙерҙәр // В школах Оренбурга при желании родителей можно будет изучать башкирский язык

Ырымбур өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүсе синыфтарға ғариза ҡабул итергә әҙерҙәр. Ырымбур өлкәһе Мәғариф министрлығы ата-әсәләрҙән ғариза булғанда башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалырға вәғәҙә бирә. Башҡортостан дәреслектәр менән һәм уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү буйынса ярҙам итәсәк.

Дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре буйынса 24 сентябрь Ырымбур ҡалаһында төбәк кәңәшмәһе үтте.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе Мәғариф министрлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, башҡорт теле уҡытыусылары, Ҡыуандыҡ районынан ата-әсәләр ҡатнашты.

Бөгөн Ырымбур өлкәһендә 14 мәктәптә генә башҡорт теле уҡытыла. Миҫал өсөн, Ҡыуандыҡта башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмай. Уҡытыусылар юҡ, әсбаптар юҡ, ә иң мөһиме, ата-әсәләрҙән ғариза юҡ, ти өлкә мәғарифы белгестәре. Иҫәнгилде һәм Иманғол ауылдарында мәктәптәр балалар аҙ булыуы сәбәпле ябылды, был турала халыҡ йыйылышта үҙе хәл итте, тип аңлата Ырымбур өлкәһе мәғарифты үҫтереү төбәк үҙәге директоры Марина Тамбовцева.

Түлгән районында башҡорт теле тик бер мәктәптә уҡытыла. Директоры Сания Күзбаева әйтеүенсә, Аллабирҙе мәктәбендә балалар аҙ булһа ла (бары 44 бала), туған башҡорт теле бар кимәлдә лә уҡытыла. 2-8 синыфтарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн 3-әр, 9-сы синыфта-2 сәғәт бүленә. Сания Сәғитовна ҡыйынлыҡтар тураһында ла әйтеп үтте. 1-се синыф өсөн уҡыу планында башҡорт теленә сәғәт бүленмәгән. Йылдан-йыл балалар һаны кәмей. Шулай ҙа, мәктәптә уҡытыу сифаты күрһәткестәре яҡшы. 2018-2019 уҡыу йылын 3 кенә бала тамамлаған, өсөһө лә алтын миҙал алған һәм бөгөн Өфө, Ырымбур юғары уҡыу йорттары студенты.

Был мәктәп Көйөргәҙе районы педагогтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Берҙәм семинарҙар үткәрәләр, әсбаптар менән алмашалар.

Үҙ сиратында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Сынтимер Баязитов Н.К Калугин ис.Педагогия колледжы һәм Өфө күп профилле профессиональ колледж араһында хеҙмәттәшлек булдырыу тураһында тәҡдим индерҙе.

Башҡорт теле уҡытыусылары һәм ата-әсәләр Башҡортостан белгестәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Кәңәшмәлә милли мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында ла һүҙ барҙы. Саралар планы төҙөлгәс һәм раҫланғас,
ике министрлыҡ араһында мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова ата-әсәләрҙе башҡорт телен өйрәнеүҙә әүҙем булырға өндәне һәм ғаризаларҙы дөрөҫ теркәргә өйрәтте.

В школах Оренбургской области начнут принимать заявления в классы с изучением башкирского языка

Оренбургские чиновники обещают решить вопрос о преподавании родного (башкирского) языка при наличии заявлений от родителей. Министерство образования Республики Башкортостан окажет помощь в приобретении учебников и повышении квалификации учителей.

24 сентября 2019 года в городе Оренбург состоялась зональная конференция по вопросам изучения родного (башкирского) языка в общеобразовательных организациях Оренбургской области. В конференции приняли участие представители МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир», Министерства образования Республики Башкортостан и Оренбургской области, общественности, учителя башкирского языка и литературы школ Оренбургской области, родители из Кувандыкского района Оренбургской области.

Сегодня башкирский язык преподается всего в 14 школах Оренбургской области.
В частности, в г.Кувандыке родной башкирский язык не преподается, так как не предусмотрены часы, нет учителей, учебников, а самое главное, нет заявлений родителей, констатируют представители Минобра Оренбургской области. На вопрос о закрытии школ в деревнях Исянгильдино и I Имангулово директор ГБУ «Региональный центр развития образования Оренбургской области Марина Тамбовцева ответила, что школы закрываются из-за малого количества детей и по решению схода граждан.

В Тюльганском районе башкирский язык изучают только в одной школе. В Аллабердинской СОШ, по словам директора Сании Кузбаевой, несмотря на небольшое количество детей (их в школе всего 44) родной башкирский язык преподается на всех уровнях. Во 2-8 классах на изучение родного башкирского языка выделяется по 3 часа, в 9 классе – 2 часа. Сания Сагитовна озвучила и проблемы. В учебных планах нет часов для изучения родного башкирского языка в 1 классе. Год от года сокращается количество детей. Несмотря на все проблемы, у школы очень хорошие показатели по качеству обучения. В 2018-2019 учебном году школу окончили всего три ребенка, все трое награждены золотыми медалями и на сегодняшний день являются студентами ВУЗов Оренбурга и Уфы.

Эта школа тесно сотрудничает с учителями Куюргазинского района РБ. Сотрудничество заключается в проведении совместных мероприятий, семинаров для учителей, в оказании консультативной помощи, обмене учебниками.

В свою очередь, Сынтимир Баязитов , заместитель председателя Исполкома МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир» предложил сотрудничество и между ГБПОУ Педагогическим колледжем им. Н.К.Калугина и Уфимским многопрофильным профессиональным колледжем.

На конференции участники обсуждали перспективы взаимоотношений в области национального образования. Присутствующих ознакомили с онлайн проектами по изучению башкирского языка. Проект «Послы родного языка» привлек внимание наших соотечественников, проживающих за рубежом и они с большим удовольствием занимаются изучением языка.

Учителя башкирского языка и литературы, родители участвовали в мастер-классах, которые проводили специалисты из РБ.
На мастер-классах участники узнали об особенностях преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС, цифровых образовательных ресурсах как средствах повышения мотивации учащихся к изучению языка и аудировании на уроках.

После составления и утверждения плана мероприятий будет подписано соглашение между Министерством РБ и Министерством Оренбургской области о сотрудничестве в области образования.
Айгуль Атанова, заместитель председателя родительской комиссии при МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир» призвала родителей изучать родной башкирский язык и объяснила порядок подачи заявления.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *