“Аманат” журналы редакцияһынан балалар өсөн конкурс!

Белеүегеҙсә, октябрь айында арҙаҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы hәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Ошо иҫтәлекле датаға арнап, “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында ИНТЕРНЕТ-КОНКУРС иғлан итә. 

Бәйге шарттары буйынса шиғырҙар, һүрәттәр, сәсмә әҫәрҙәр Мостай Кәримгә һәм уның ижадына арналған булырға тейеш. Интернет-конкурс бишенсе сентябрҙән беренсе октябргә тиклем барасаҡ. Бәйге еңеүселәренә “Аманат”тың МАҠТАУ БИЛДӘЛӘРЕ тапшырыласаҡ. 

Әлеге мәлдә “Аманат” журналында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған бәйге дауам итә: “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурсы ул. 

Ике йыл дауамында барған ижади ярыштың тәүге өлөшөнә йомғаҡ яһалғайны. Икенсе өлөшөнөң еңеүселәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған мәлдә, йыл аҙағында иғлан ителәсәк. Был бәйге еңеүселәренә “Аманат”тың МАҠТАУ БИЛДӘЛӘРЕ һәм ҠИММӘТЛЕ БҮЛӘКТӘР тапшырыласаҡ. Ә интернет-конкурс ЕҢЕҮСЕЛӘРЕНЕҢ ИҢ ЯҠШЫ ӘҪӘРҘӘРЕ ошо бәйгелә лә баһаланасаҡ. 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған интернет-конкурсҡа рәхим итегеҙ, ҡәҙерле балалар! Әҙиптең бала сағын нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ? Үҫмер Мостафа ниндәйерәк булған икән? Уға һәм уның әҫәрҙәренә арналған шиғырҙар, һүрәттәр, әкиәт, инша, хикәйә, эсселар көтөп ҡалалар! 

amanat@yandex.ru почтаһында һеҙҙән хаттар көтәләр!

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *