Балалар Салауатты данлай // Дети читают стихи Салавата

Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры, шағир Салауат Юлаевтың тыуған яғында -Малаяҙ ауылында хәтер көнө үтте.

Балалар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы уҡыусылары менән бер рәттән Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районынан да ҡатнашалар. 

Баһалама ағзалары – ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер Наилә Сәфәрғолова, батырҙың нәҫеле Виктор Хәкимов, яҡташы Әлтәф Ғәйфуллин, шағирә Лариса Абдуллина. 

Урал тимер юлы колледжы студенттары Сыңғыҙ һәм Аяз Кәримовтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләгенә лайыҡ булды. Конкурста видео шиғыр менән ҡатнашҡан Ҡариҙел районы ҡыҙы Гөлсөм Ғәлимйәнова ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 

Дети читают стихи Салавата

Сегодня на родине национального героя башкирского народа Салавата Юлаева –в селе Малояз проходит День памяти. По словам организаторов, это больше чем дань памяти, это прикосновение к подвигу батыра, смыкание времен.

На поэтическом мероприятии участвуют школьники Белокатайского, Мечетлинского, Кигинского, Салаватского районов. Приехали и из Свердловской области.

В составе жюри- писатель и ученый Мирас Идельбаев, режиссер Наиля Сафаргулова, потомок Салавата Виктор Хакимов, земляк Альтаф Гайфуллин, поэтесса Лариса Абдуллина.

Всемирный курултай (конгресс) башкир отметил выступление студентов Уральского железнодорожного колледжа Сынгиза и Аяза Каримовых. Гульсум Галимьянова из Караидельского района так же удостоена Благодарственного письма от Всемирного курултая башкир. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *