Башҡортостанда балаларға электрон тәмәке, вейп һәм кальян һатыуҙы тыйҙылар // В Башкирии запретили продажу детям электронных сигарет, вейпов и кальянов

Хәҙер Башҡортостанда балаларға электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтары тыйылды. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары бәлиғ булмағандарға ошондай тауарҙар һатыуҙы сикләү тураһында тейешле закон ҡабул итте.

«Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына балаларға ошо тауарҙарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләгән үҙгәрештәр индерелә, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Тәүҙә, тыйыуға ҡарамаҫтан, яза нормаһының булмауы мөмкин. Шулай ҙа сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре әле үк законды үтәр тип ышанам. Уларҙың абруйы туранан-тура шуға бәйле. Өҫтәүенә бындай хәл оҙаҡ дауам итмәҫ».

Башҡортостан парламенты спикеры яҡын арала законды боҙған өсөн яза билдәләнер тип вәғәҙәләне. Ә уға тиклем уның үтәлешен йәмәғәтселәр контролдә тота.

В Башкирии запретили продажу детям электронных сигарет, вейпов и кальянов.

Электронные сигареты, кальяны, вейпы, бестабачные курительные смеси, камни, сиропы и их аналоги в Башкирии теперь под запретом для детей. Депутаты Госсобрания республики приняли соответствующий закон об ограничении продажи подобных товаров несовершеннолетним.

«В ближайшее время будут внесены изменения в Кодекс Республики Башкортостан об административных правонарушениях, которые установят ответственность за незаконную продажу детям обозначенных товаров, — объяснил председатель Госсобрания — Курултая РБ Константин Толкачев. — Некоторое время будет сохраняться ситуация, когда при наличии самого запрета норма наказания отсутствует. Тем не менее, надеюсь, представители торговых сетей уже во время непродолжительного переходного периода будут соблюдать закон. От этого напрямую зависит их репутация. Тем более что такое положение дел продлится недолго».

Спикер башкирского парламента пообещал, что в ближайшее время будет установлено наказание за нарушение закона. До этого контролировать его соблюдение будут общественники.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *