Башҡорт телендә һөйләшәм!

Һарытау өлкәһендәге Перелюб районының Күсембәт (Ҡатай) һәм Калинин ауылы балалары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың ҡул аҫтында йөкмәткеле, сағыу концерт тамашаһы әҙерләгән. 

Балалар “Шайморатов генерал”, “Әсмәбикә” кеүек йырҙарҙы, “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүен башҡарҙы.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев бер нисә көн эсендә балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән. Улар “Сыңрау торна” көйө менән ҡыуандырҙы. 

Быларҙың барыһы ла – башҡорт сәнғәт әһелдәренең 24 сентябрҙән алып Һарытау өлкәһендәге мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү һөҙөмтәһе. Тамаша һуңында уҡыусыларҙың “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын ихлас башҡарыуҙары, күҙҙәрендә баҙлаған осҡондар был хеҙмәттең бушҡа китмәүен һөйләй.

Күсембәт (Ҡатай) ауылы халҡы менән осрашыуҙан һуң, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Пугачев районындағы Карловка ауылына юлланды. 

Ауыл мәҙәниәт йорто геүләп тора, фойела З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте башҡортса китаптарҙы һатыу ойошторған, ә тамаша залын “Башҡортостан” гәзиттәре биҙәгән. 

Сағыу концерт программаһынан һуң Карловка ауылында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә “Беренсе Республика” фильмын ҡараясаҡ.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *