Һарытау балалары ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә сират тора

Беренсе май ауылынан ғына бөгөн оҫталыҡ дәресенә 20 бала килгән. Был турала Заһир Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев хәбәр итә. 

“Һарытау өлкәһе Беренсе май ауылында 10-15 йыл элек билдәле ҡурайсы Илшат Ишморатов ҡурайсылар ансамбле төҙөгән, ул балалар үҫеп бөткән инде. Бөгөн дә сират тороп теләк белдереүсе балаларҙың дәртен һүндермәҫкә ине лә, ләкин бер көндә генә өлгөрөп булмай шул”,- тип әсенә Венер Йылҡыбаев. 

Башҡортостан йондоҙҙары Һарытау өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт бейеүе, йыр, фольклор буйынса дәрестәр бирә, милли уйын ҡоралдары менән таныштыра. 

Мәҡсүт (Бишул), Ҡатай (Күсембәт), Яңы Порубежка һәм Бәгәнәш (Бобров Гай) ауылдарынан да балалар оҫталыҡ дәрестәрендә булды. Хатта ҡыҙҙар ҙа ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнде. 
Лилиә Низаметдинова һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдиновтың уҡ атыу дәресен балалар айырыуса үҙ итте.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *