Һарытау өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ тирмәле булды

Перелюб районы халҡына сәхнә костюмдары, милли уйын ҡоралдары -ҡурай һәм ҡумыҙ ҙа тапшырылды. Бүләктәрҙе милләттәштәребеҙ шаулы алҡыштар менән тәбрикләне. 

Һарытауҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Күсембәт (Ҡатай) ауылы халҡы менән осрашты. 

Уларҙы Башҡарма комитет исеменән Аппарат етәксеһе Заһир Ишкин сәләмләне. “Халыҡ иҫәбен алыу буйынса Һарытау өлкәһендә 3 500 самаһы башҡорт йәшәгәне билдәле. Уларҙың башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуы хөрмәткә лайыҡ. Беҙҙең бында килеүебеҙҙең маҡсаты – Башҡортостан менән Һарытау араһындағы бәйләнеште тағы ла нығытыу. Әлеге ваҡытта муниципалитет кимәлендә килешеүҙәр төҙөлә, был Башҡортостан тарафынан милләттәштәребеҙ йәшәгән райондарға ярҙам ҡулы һуҙыу мөмкинлеге ҙурая, тигән һүҙ. Хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Йәкшәмбе мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине ул. 

Пугачев районының Мәҡсүт ауылы мәктәбендә уҡыусыларҙың ата-әсәһе менән башҡорт телен мәктәп программаһы сиктәрендә өйрәнергә теләп ғариза яҙҙыҡ, тип һөйләй Римма Биктимерова. Ул – башланғыс кластар уҡытыусыһы, иң әүҙем Һарытау башҡорттарының береһе. Мәҡсүт – боронғо башҡорт ауылы. Балалар аҙаҡ килеп “Әсәй, атай, ниңә мин башҡорт телен белмәйем? Ниңә өйрәтмәнең?” тип үпкәләп һорамаһын өсөн, уларҙы кескәй саҡтан туған телдәрендә һөйләштереү мөһим”, – ти ул. 

Осрашыуҙа балалар өсөн Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса квест үткәрелде. Уҡыусылар ихлас ҡатнаша, республика тураһында беләләр, уҡыйҙар, тарихыбыҙҙы өйрәнәләр.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *