Һарытау өлкәһенән Күсембәт (Ҡатай) ауылы мәктәбе уҡыусылары ла #Шайморатов флешмобынан ситтә ҡалманы.

Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә йырҙарҙан тыш, башҡортса тыпырлатырға, ҡурайҙа һыҙғырырға, ҡумыҙ сиртергә өйрәнгән.

Башҡорт халыҡ йырҙары менән уларҙы Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, йырсы Сәйҙә Ильясова һәм Лилиә Низаметдинова таныштырҙы. Заһир Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Башҡорт бейеүе матурлығын Әнүәр Шафиҡов һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов күрһәтте. 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *