Башҡорт авторҙары китаптары — Әзербайжан китапханаларында! // Книги башкирских авторов в Азербайджане!

Әзербайджандың баш ҡалаһы Бакула “Китапханалар — мәғлүмәти үҙәктәр кеүек” Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының директор урынбаҫары Люциә Ильясова ҡатнаштылар.

Конференция сиктәрендә Әзербайджандың Милли китапханаһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек Залы асылды. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте баҫтырған «Урал батыр», «Башҡортостан моңдары» китаптары, Мостай Кәримдең дүрт китабы, прозаик Флүр Ғәлимовтың өс китабы, Рәсүл Сәғитовтың ике китабы, Тамара Юлдашеваның шиғырҙар йыйынтығы, Мөнир Ҡунафиндың прозалар йыйынтығы, Ринат Камалдың яңы романы китапхананың фондына бүләк ителде

Книги башкирских авторов передали в дар Библиотеке Азербайджана. В Баку прошла Международная научно-практическая конференция «Библиотеки как мобильные информационные центры», на которой побывали председатель Союза писателей Башкортостана Заки Алибаев и заместитель директора Национальной библиотеки им. А.-З. Валиди Люция Ильясова. 

В рамках конференции в Национальной библиотеке Азербайджана открыли Зал международного сотрудничества. Книги, выпущенные Башкирским книжным издательством «Китап» имени Зайнаб Биишевой, «Урал батыр», «Мелодии Башкортостана», четыре книги Мустая Карима, три книги прозаика Флюра Галимова, две книги Расуля Сагитова, поэтический сборник Тамары Юлдашевой, прозаический сборник Мунира Кунафина, новый роман Рината Камала были переданы в фонд библиотеки.

Сығанаҡ: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *