Башҡорт рухы, башҡорт моңо байрамы Һарытауҙа

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә ҡатнашыусыларға өлкә губернаторы Валерий Радаев тәбрикләү сәләме еткерҙе. 
Уның ҡотлау хатын эске сәйәсәт һәм өлкә йәмәғәтселеге эштәре министры Наталья Трошина уҡып ишеттерҙе. 

“Рухи-мәҙәни ҡиммәттәр – ҡәҙерле төшөнсә. Өлкә-ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу – яҡшы күренеш. Бынан 100 йыл элек Башҡорт автономияһы төҙөлөүе үтә тарихи һәм әһәмиәтле ваҡиға булараҡ билдәле. 
Һарытау менән Башҡортостан араһының нығыныуы тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре тыуҙырасаҡ һәм ул илебеҙҙәге халыҡтарҙың сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк”, – тиелә хатта. 

Байрам булғас, бүләкһеҙ булмай. 
Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә Һарытау башҡорттары ҡоролтайына дәүләт символикаһы, Пугачев һәм Перелюб райондарының фольклор коллективтарына 16 милли кейем комлекты,уйын ҡоралдары-ҡумыҙ һәм ҡурай тапшырылды.
Милләттәштәребеҙ хәҙер тирмәле лә булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен ойоштороуҙа көс һалған белгестәргә, әүҙем милләттәштәребеҙгә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева 
милләттәштәребеҙҙе ҡайнар сәләмләне һәм Пугачев районындағы ике йәкшәмбе мәктәбенә уҡыу әсбаптары тапшырҙы. 

“Уҡытыусылар Һарытау өлкәһендә эшләү өсөн махсус квалификация үтәсәк. Пугачев районынан әлегә дүрт башҡорт теле уҡытыусыһы мөрәжәғәт итте. Һәм Һарытау өлкәһендә йәшәгән башҡорт балалары Башҡортостандағы “Йәйләү” этнолагерҙарында ял итә аласаҡ”, – тине ул. 

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен йомғаҡлау сараһы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр һәм , әлбиттә, көслө алҡыштар менән тамамланды.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *