Тарихи мәл

Һарытауҙа үткән түңәрәк өҫтәлде Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни һәм антропология үҙәге етәксеһе, тарихсы, ғалим Юлдаш Йосопов шулай атаны. 

Һарытау һәм Башҡортостан ғалимдары тәүге тапҡыр маҡсатлы рәүештә башҡорт халҡы, мәҙәниәте тураһында етди әңгәмәгә йыйылды. Осрашыу “Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм дала Евразияһы мәҙәниәте” тигән темаға арналды. Түңәрәк өҫтәлде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Н.Г.Чернышевский исемендәге Һарытау милли тикшеренеү дәүләт университетының Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ойошторҙо.

Сарала ҡатнашыусылар Евразияның күсмә халыҡтары мәҙәните феномены, Волга аръяғы халыҡтары, башҡорт йәмғиәтенең этногенезы һәм социаль-сәйәси ойошторолоуы, күсмә мәҙәниәт һәм яңы мәғлүмәти киңлектә Алтын Урҙа мираҫы, Һарытау башҡорттарының мәҙәниәте, тормош-көнкүреше кеүек йүнәлештәрҙе асты. 

Юлдаш Йосопов хәбәр итеүенсә, Һарытау ғалимдары яғынан был темалар әлегә тәрән өйрәнелмәгән ине. Улар Башҡортостан белгестәре менән был даирәлә бергә эшләргә тәҡдим итә. Ғалимдар хеҙмәттәшлекте артабан дауам итергә килешкән.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *