Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре тантаналы концерт менән тамамланды

Екатеринбург тамашасыһы алдында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Далан” төркөмө сығыш яһаны.Свердловск өлкә дәүләт халыҡ ижады һарайында күргәҙмә ойошторолдо. Режиссер Булат Йосоповтоң “Беренсе Республика” фильмын тамашасы йылы ҡаршы алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өлкә ҡоролтайына госсимволикаға, костюмдарға һәм ҡурайға сертификаттар тапшырҙы.
Продолжить чтение…

 

Яңы Уренгойҙа –һабантуй/В Новом Уренгое-сабантуй

Ҡалала үткән Граждандар форумында Башҡорт милли-мәҙәни автономия һабантуй байрамын күрһәтте. Проекттың исем туйы үтте. Ойошма етәксеһе Клара Әлибаева һәм Яңы Уренгой мэры Иван Костогриз хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Продолжить чтение…

 

Ростов өлкәһендә башҡорт халҡының хәрби йолаларына бағышланған күргәҙмә асылды

Уны Дондағы Ростов ҡалаһының башҡорт ойошмаһы ойошторҙо. Халыҡ берҙәмлеге көнө алдынан өлкәлә йәшәгән төрлө халыҡтар декоратив-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Продолжить чтение…

 

Белорет районында Шайморатов генерал һәм кавалерия яугирҙары рухына мәсеттә аят уҡынылар

Ҡаһарман ауылынан Кинйәбай Шәрипов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Ауылдаштары Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын һәм уның яуҙаштарын хөрмәтләп иҫкә алды.
Продолжить чтение…

 

Нижний Тагилда – башҡорт бейеүҙәре/Башкирские танцы в Нижнем Тагиле

Свердловским зрителям продемонстрировали башкирские танцыСвердловск өлкәһе тамашасыларына башҡорт бейеүҙәре матурлығын күрһәттеләр.
Продолжить чтение…

 

Туған тел һағында

Һамар һәм Һарытау өлкәһенән килгән уҡытыусылар, Мәғарифты үҫтереү институты доценты Эльвира Рәхимова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Киске Телеүҙәк” тапшырыуында.
Продолжить чтение…

 

Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәләр/В Красногвардейском районе Оренбургской области начались мастер-классы по башкирским танцам

Үрге Ильяс ауылында оҫталыҡ дәрестәре башланды. “Ялҡын” һәм “Сәлимәкәй” исемле фольклор коллективтары менән Ейәнсура районынан балетмейстер, бейеү оҫтаһы Азамат Кәримов шөғөлләнә. Ул бер юлы өс коллективты өйрәтә. Талапсан педагог тәүҙә бейеү өлгөләрен аңлата. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ҡулдар хәрәкәте, боролош, бармаҡ шартлатыу, тыпырлау кеүек һәр элементты ҡат-ҡат ҡабатлайҙар.
Продолжить чтение…

 

Башҡортостанда Милли кейем көнө булдырылыуы ихтимал // День национального костюма

Башҡортостанда Милли кейем көнө булдырылыуы ихтимал. Был турала республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Халыҡ берҙәмлеге көнө айҡанлы үткән тантаналы йыйылышта белдерҙе. Яңы байрамды рәсмиләштереү өсөн Хөкүмәт тарафынан документтар әҙерләнгән. Фараз буйынса, ул йылына ике тапҡыр- апрельдең өсөнсө һәм сентябрҙың икенсе йомаһында үтәсәк.  Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала 164 милләт вәкиле йәшәй. Һәр ҡайһыныһының тарихи һәм […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә һата башлайҙар // Башкирский кумыс будут планируют поставлять в страны Персидского залива

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә һата башлайҙар Был турала Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәренең Кувейттың “Алмаса” компанияһы етәкселеге менән осрашыуында килешелде.  “Әлегә башҡорт ҡымыҙын һатыу буйынса аныҡ ваҡыт һәм һатыласаҡ күләм билдәләнмәгән. Был һорау буйынса һөйләшеү дауам итә. Экспортҡа Баймаҡ районында әҙерләнгән ҡымыҙҙы сығарыу планлаштырыла,”- тип аңлата БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса […]
Продолжить чтение…