Башҡортостанда Милли кейем көнө булдырылыуы ихтимал // День национального костюма

Башҡортостанда Милли кейем көнө булдырылыуы ихтимал.

Был турала республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Халыҡ берҙәмлеге көнө айҡанлы үткән тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Яңы байрамды рәсмиләштереү өсөн Хөкүмәт тарафынан документтар әҙерләнгән. Фараз буйынса, ул йылына ике тапҡыр- апрельдең өсөнсө һәм сентябрҙың икенсе йомаһында үтәсәк. 

Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала 164 милләт вәкиле йәшәй. Һәр ҡайһыныһының тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Милли кейем байрамы тағы бер тапҡыр ата-бабаларҙың үткәненә, йолаларына мөрәжәғәт итергә, үҫеп килеүсе быуында рухи ҡиммәттәргә иғтибар тәрбиәләргә мөмкинлек бирәсәк. 

В Башкирии может появиться еще один праздник – День национального костюма

Об этом на торжественном собрании в честь Дня народного единства в ГКЗ «Башкортостан» заявил первый заместитель премьер-министра республики Андрей Назаров. 

Он отметил, что правительством региона уже подготовлены документы для учреждения нового праздника. Предположительно, он будет отмечаться два раза в год – в третью пятницу апреля и вторую пятницу сентября.

«В нашей республике живут представители 164 национальностей. У каждой из них есть свои исторические и культурные особенности. Праздник национального костюма народов Башкортостана даст возможность еще раз обратиться к истории и культуре наших предков, продвигать непреложные нравственные ценности среди подрастающего поколения»,- подчеркнул первый вице-премьер.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *