Белорет районында Шайморатов генерал һәм кавалерия яугирҙары рухына мәсеттә аят уҡынылар

Ҡаһарман ауылынан Кинйәбай Шәрипов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Ауылдаштары Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын һәм уның яуҙаштарын хөрмәтләп иҫкә алды.

Ауылда ҙур йыйын, байрамға төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар йыйылған.
“Рухи – патриотик тәрбиәнең юҡтыр сиктәре” исеме аҫтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының күсмә семинары үтте. Ҡаһарман мәктәбендә балалар музыка менән дә етди шөғөлләнә. Әүжән балалар музыка мәктәбенең гитара, думбыра, баян кластары эшләй. Йәш артистар ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны.

Ҡаһарман ауылында тырыш, уңған һәм ижади кешеләр йәшәй. Оҫталарҙың конкурс-йәрминкәһе быға дәлил. Хужабикәләр ҡул эштәрен сығарған, мейес сығарыусы Мәүлит Нәжметдинов та һөнәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Ауыл кешеләре уҡырға ла әүәҫ, үҙҙәре лә яҙыша. Ҡаһарманда тыуып үҫкән 4 кешенең яңыраҡ китабы донъя күргән. Мәғариф ветераны Ҡасим Нафиҡов ” Шәғәли Шаҡман төйәге – Ҡаһарман” китабында ауыл тарихын һүрәтләй. Гөлбикә Ғиниәтуллина яңы пьеса ижад иткән, Лениза Ноғоманованың әкиәттәр һәм шиғырҙар, хәрби летчик Сабир Шәриповтың “Һауаларҙа яҙылған яҙмыш” китабы исем туйы үтте.

Ҡаһарман ауылы халҡы республика кимәлендә үткән проекттарҙан ситтә ҡалмай.Был йыйындағы саралар “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә лә уҙҙы. Эскелектең зыяны тураһында һөйләшеү булды, Белорет ҡалаһының Аноним эскеселәр клубы вәкилдәре ауыл халҡының һорауҙарына аныҡ яуаптар бирҙе.

Яңы йыл байрамына эсеүен ташлағандарға, кибеттә спиртлы эсемлектәр һатыуын туҡтатҡандарға ойоштороусы Зәйнәп Собханғолова бүләктәр әҙерләгән. Уның был башланғысын ауылдаштары хуплап ҡаршы ала.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *