Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эш башлана

2022 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тула. “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең совет ултырышында ошо турала һүҙ барҙы.
Ойошма етәксеһе Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, арҙаҡлы шәхес Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы янындағы зыяратта ерләнгән. Был мәғлүмәтте халыҡ ижады өлгөләре-бәйеттәр ҙә раҫлай.

Ырыуҙаштар зыяратты тәртипкә килтереү, юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылда киләсәктә музей асыу тураһында килеште.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *