Свердловск өлкәһе малайҙары ҡурай менән таныша/Дети из Свердловской области знакомятся с башкирскими национальными инструментами

Башҡортостан Башлығы грантына уҙғарылған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Свердловск өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре башланды.
Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары Юлиә һәм Тәфтизән Зәйнышевтар Кировград ҡалаһы балаларына башҡорт бейеүҙәре серен асты, ҡурайҙа уйнарға өйрәтте.


Юлиә Зәйнышева әйтеүенсә, бейеү түңәрәгендә ҡыҙҙар бығаса башҡа халыҡтар бейеүҙәре менән генә танышҡан. Хәҙер уларҙың репертуарында “Башҡорт полькаһы” һәм “Күбәләк” тигән башҡорт бейеүҙәре буласаҡ.

В рамках проекта “Дни башкирской культуры и просвещения”, который проводится на Грант Главы Республики Башкортостан, в Свердловской области начались мастер-классы.
Преподаватели Учалинского колледжа искусств и культуры им.Салавата Низаметдинова Юлия и Тафтизан Зайнышевы провели занятия по хореографии и игре на курае в г.Кировград.

На мастер-класс к Юлие Зайнышевой пришли девочки из хореографического кружка. Девочки не были знакомы с башкирскими танцами, сейчас в их репертуаре появятся “Башкирская полька” и лирический танец “Кубаляк”.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *