Халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын һаҡларға һәм яҡларға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы ағзалары ошо турала фекер алышты.

Ултырышты комиссия рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева алып барҙы. Комиссия ағзаларынан тыш, һөйләшеүҙә Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады йорто генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡатнашты.
Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫы бай. Әммә ошо матди булмаған мәҙәни мираҫ бөгөнгө көнгә тиклем ҡанун менән нығытылмаған, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Шуға ла “Уйыл” кеүек йырҙарыбыҙ, уйын ҡоралдарыбыҙ яҡлауға мохтаж.

Комиссия ағзалары матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлеген теүәлләү дәүләт кимәлендәге мөһим эш тип билдәләй.
Бынан тыш, ултырышта республика башҡарыусыларының гастроль эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ барҙы. “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов был юҫыҡтағы проблемалар тураһында һөйләне һәм уларҙы хәл итеү буйынса үҙенең ҡарашы менән таныштырҙы.

Комиссияның киңәйтелгән ултырышында индерелгән тәҡдимдәр республика Хөкүмәтенә ебәреләсәк.


Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *