“Шайморатов вариҫтары” исемлеге тағы берәүгә артты/проект “Шаймуратовцы”

Гөлдәр Муллағолова атаһы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов тураһында мәғлүмәт өҫтәне.

Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов Учалы районы Ҡоҙаш ауылынан, 1922 йылдың 8 майында тыуған. 1941 йылдың декабрендә фронтҡа алына. Башҡорт кавалерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан 1948 йылдар тирәһендә ҡайта, ауылында тракторсы булып эшләй. Ҡайма Ғәләүетдин ҡыҙы менән 7 ҡыҙ, 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

Сәлимйән Ғәлимйәнов 1987 йылдың 26 октябрендә мәрхүм булып ҡала.

Әгәр һеҙҙең дә беҙгә еткерер өсөн материалдарығыҙ булһа, ошо төркөмдө ҡарап сығығыҙ: https://vk.com/shaimuratov120


Присоединяйтесь к проекту “Шаймуратовцы”!


Список шаймуратовцев пополняется.

Гульдар Муллагулова поделилась информацией о своём отце.

Салимьян Галимьянович Галимьянов родом из Учалинского района. Родился 8 мая 1922 года. Ушел на фронт в декабре 1941 года, служил связистом. За проявленное мужество был награжден орденом Красной Звезды
Вернулся с войны в 1948-х годах, всю жизнь жил и работал трактористом в д.Кудашево. С женой Каймой Галяутдиновной воспитали 10 детей. Салимьян Галимьянович умер 26 октября в 1987 году.

Если у вас есть истории по проекту, присоединяйтесь: https://vk.com/shaimuratov120

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *