Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәләр/В Красногвардейском районе Оренбургской области начались мастер-классы по башкирским танцам

Үрге Ильяс ауылында оҫталыҡ дәрестәре башланды. “Ялҡын” һәм “Сәлимәкәй” исемле фольклор коллективтары менән Ейәнсура районынан балетмейстер, бейеү оҫтаһы Азамат Кәримов шөғөлләнә. Ул бер юлы өс коллективты өйрәтә. Талапсан педагог тәүҙә бейеү өлгөләрен аңлата. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ҡулдар хәрәкәте, боролош, бармаҡ шартлатыу, тыпырлау кеүек һәр элементты ҡат-ҡат ҡабатлайҙар.

Бәләкәй төркөм “Яулыҡ менән бейеү”ҙе өйрәнә башлаған. Оло төркөмгә Азамат Кәримов “Әхирәттәр” һәм башҡорт лирик бейеүен ҡуя.
Үрге Ильяс ауылынан һуң оҫталыҡ дәрестәре Иҫке Юлдаш ауылында дауам итә.

Проект бөтә донъя башкорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо һәм Республика Башлығы грантына бойомға ашырыла.

В Красногвардейском районе Оренбургской области начались мастер-классы по башкирским танцам.

Балетмейстер-постановщик из Зианчуринского района Азамат Каримов занимается с фольклорными коллективами д. Верхне-Ильясово.
К башкирским танцам нужно относиться с уважением,-говорит он. Педагог на своих занятиях сначала объясняет каждое движение, знакомит с правилами постановки рук, ног, корпуса.

Младшая группа начала изучать танец с платками. Со старшими участниками Азамат Каримов ставит башкирский лирический и танец “Подруги”.
Педагога по хореографии так же ждут жители д. Старо-Юлдашево.

Мастер-классы организованы ВКБ на Грант Главы РБ.


Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *