Һамар һәм Һарытау өлкәһенән уҡытыусылар Өфөлә

Педагогтар үҙҙәре белем ала.
Мәғарифты үҫтереү институтында улар башҡорт теле фонетикаһы, грамматикаһы буйынса белемен арттырған.
Бөгөн боронғо осорҙан алып ХХ быуатҡа тиклемге башҡорт әҙәбиәте буйынса лекция тыңлағандар.

Дәрестәр уҡыу аудиторияһында ғына үтмәй. Күрше төбәк уҡытыусылары өсөн көн дә йөкмәткеле экскурсиялар планлаштырылған. Бөгөн педагогтар Милли музейҙа һәм Милли китапханың һирәк китаптар бүлегендә булған.

Дәрестәрҙе БР Мәғарифты үҫтереү институтынан доцент Луиза Киреева , башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова, доцент Әхәт Илмөхәмәтов алып бара. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте буйынса лекцияны филология фәндәре кандидаты, билдәле ғалим Заки Алибаев уҡыған.

Һамар, Һарытау өлкәләренән уҡытыусылар театрҙарға барасаҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән осрашасаҡ. Төркөм Өфө педагогтарының эш тәжрибәһе менән дә танышасаҡ. Ф.Мостафина исемендәге 20-се гимназияла оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Римма Биктимерова Пугачев районының Мәҡсүт ауылынан, башланғыс кластар уҡытыусыһы, иң әүҙем Һарытау башҡорттарының береһе. “Уҡыусыларҙың ата-әсәһе менән башҡорт телен мәктәп программаһы сиктәрендә өйрәнергә теләп ғариза яҙҙыҡ”, тип һөйләй. Балалар аҙаҡ килеп “Әсәй, атай, ниңә мин башҡорт телен белмәйем? Ниңә өйрәтмәнең?” тип үпкәләп һорамаһын өсөн, уларҙы кескәй саҡтан туған телдәрендә һөйләштереү мөһим”, – ти ул.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *