Әсбаптар етешмәй

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Аппараты вәкилдәре менән осрашыуҙа Һамар һәм Һарытау өлкәһе уҡытыусылары шулай белдерҙе. Һөйләшеү Мәғарифты үҫтереү институтында үтте.

Осрашыуҙа һүҙ сит төбәктәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү һәм уҡытыуҙың үҙенсәлектәре тураһында барҙы. Хәл итәһе мәсьәләләр һәм киләсәккә эш пландары тураһында фекер алыштылар.

Балаларға башҡорт телен өйрәтеү өсөн уҡыу әсбаптары кәрәк, тип билдәләне педагогтар. Әҙәби китаптар ҙа етешмәй. Башҡорт телендә уҡыу-методик ҡулланмалар булмауы дәрес сифаттарына йоғонто яһамай ҡалмай. Кадрҙар юҡ, туған тел мөхите юҡ, ти сит өлкәнән килгән уҡытыусылар. Башҡортостан менән бәйләнештәрҙең тығыҙыраҡ булыуын да теләйҙәр.
Әйткәндәй, дәреслектәр быйыл Башҡортостан Башлығы грантына баҫтырылды һәм мохтаж төбәктәргә ебәреү башланды.

Һамар өлкәһенән 2, Һарытау өлкәһенән 6 уҡытыусы Өфөлә башҡорт телен уҡытыу буйынса белемен камиллаштыра.
Улар Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт тел ғилеме һәм әҙәбиәт буйынса лекциялар тыңлай, театрҙарҙа башҡорт телендә спектаклдәр ҡарай, яҙыусылар менән осраша.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *