«Ҡурай даны» премияларының береһе 13 балалы Ҡарабаевтар ғаиләһенә тапшырылды // Премию «Курай даны» присудили семье Карабаевых с 13 детьми

«Ҡурай даны» премияларының береһе 13 балалы Ҡарабаевтар ғаиләһенә тапшырылды 

Өфөлә «Ҡурай-ТВ» йыр-моң каналының 10 йыллыҡ юбилейы концертында Милли телепремия тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында бүләкләнде. Балалар йорттарынан 10 сабыйҙы тәрбиәгә алғандар. Бөгөн уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт ул һәм ете ҡыҙ тәрбиәләнә. 

«Ҡурай даны» премияһының 10 номинацияһында еңеүселәр тамашасыларҙың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса билдәләнде. «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында тағы бер еңеүсе — Балаҡатай районынан Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтарҙың ишле ғаиләһе. 
«Ҡурай даны» телепремияһының береһе Әхәт Мортазинға (үҙе үлгәндән һуң) тапшырылды. «Башҡорт Левитаны», республика телевидениеһы дикторы «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип аталды. «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында тағы бер еңеүсе – Рәхилә Ғәлимйәнова. 

«Ер кешеһе» номинацияһында Әбйәлил районынан Уразбай Юлдыбаев билдәләнде. «Эшлекле ханым» премияһын Лилиә Сабитова һәм Гөлсәсәк Әлибаева бүлеште. «Йыл меценаты» — Илсур Нәбиуллин, «Ҡул оҫтаһы» — Ләлә Камалетдинова. 
«Ижади ғаилә» номинацияһында Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар билдәләнде. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һәм «Йәшлек» гәзите журналисы Гөлнур Ҡыуатова «Ҡәләм оҫталары» тип танылды. 
«Йыл йырсыһы» номинацияһында награданы Айҙар Рәҡипов менән Алмас Хөсәйенов бүлеште. «Иң шәп клип төшөрөүсе» — Батыр Ғәлимов. 

В Уфе одну из премий «Курай даны» присудили семье Карабаевых с 13 детьми 

В Уфе состоялось вручение Национальной телепремии в рамках празднования 10-летнего юбилея музыкального канала «Курай-ТВ». Одну из премий «Курай даны» присудили многодетной семье с 13 детьми. Фания и Азамат Карабаевы из деревни Янзигитово Баймакского района были награждены в номинации «Добросердечная семья». 
Они взяли на воспитание из детских домов Уфы, Сибая и Баймака 10 детей. Сегодня в их дружной семье подрастают четыре сына и семь дочерей. 

По итогам зрительского голосования победителями в 10 номинациях премии «Курай даны» («Слава курая») стали наши современники — как медийные лица, так и простые жители Башкортостана. Еще одни победители в номинации «Добросердечная семья» — многодетная семья Альфины и Карима Хакимовых из Белокатайского района. 
Одну из телепремий «Курай даны» посмертно присудили Ахату Муртазину. «Башкирский Левитан», диктор республиканского телевидения назван лучшим в номинации «Человек профессии». Еще одним победителем в номинации «Человек профессии» стала Рахиля Галимьянова. 

В номинации «Человек земли» отмечен житель Абзелиловского района Уразбай Юлдыбаев. Премию «Деловая женщина» разделили Лилия Сабитова и Гульсасак Алибаева. «Меценатом года» назван Ильсур Набиуллин, «Мастером дела — ремесленником» — Ляля Камалетдинова. 
В номинации «Творческая семья» отмечены Зульфида и Гаяз Муллагалиевы. «Мастерами пера» признаны писатель Айгиз Баймухаметов и журналист газеты «Йэшлек» Гульнур Куватова. 
Награду в номинации «Певец года» разделили Айдар Ракипов и Алмас Хусаинов. «Лучшим клипмейкером» стал Батыр Галимов.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *