Ботай оҫтабикәләре ҡороттарына Индонезиянан заказ алған

Тағы 100 баш ҡорот Израилгә оҙатыла. Ҡорот ҡойоу оҫталары Нәфисә Ғәләметдинова, Мәрйәм Шаһивәлиеваларзың
был һөнәре менән сит илгә лә дан таратыуы һоҡландыра. Ошо арала бер партия Кипрға киткән.

Белорет районы Ботай ауылында “Айыҡ ауыл ” республика конкурсы сиктәрендә “Дәрте барҙың – эше бар ” тигән сара үтте. Үҙ һөнәрҙәренең асылын мастер класс аша күрһәттеләр.

Руслан Ғәләметдинов – дадан эшләү буйынса, Урал Төхвәтуллин – солоҡсолоҡ, 
Ришат Низаметдинов күреп үреү, быйма төпләү, тәҙрә яңаҡтары биҙәү буйынса үҙ тәжрибәһе тураһында һөйләне. 

Ботай оҫталарының курептәрен “Аҡбуҙат” ипподромы ла күпләп заказға эшләткән, яҡын-тирә ауылдарҙан ғына түгел, Ишембай,Ғафури райондарынан да заказ биреүселәр күп. 

Солоҡ балы ла Ботайҙан сит илгә ебәрелә. 
Күргәҙмәләге ғаилә эштәре әсә – өләсәйҙәрҙең ҡул маһирлығының да күсәгилешлеген күрһәтә. 
Шөғөлдәре булғас, эсеү ҡайғыһы юҡ һөнәрмәндәрҙең.

Ботайҙа ата – олатайҙарынан ҡалған кәсептәргә ҡулайлашып алғандар. Заманға яраҡлашҡандар, ауылда тормош ауырлығына зарланған ауаздар ишетелмәй.

Кәрәҙле бәйләнештең булмауы ғына ауыл халҡының эсен бошора. Сит илдәр менән аралашыуы еңелерәк булыр ине, ти улар.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *